Ҡыш китергә ашыҡмай15.03.2013
Ғәҙәттә яҙҙың тәүге көндәрендә була торған тәбиғәт һынауҙарын Һамар — Өфө — Силәбе автомобиль магистрале идаралығы хеҙмәткәрҙәре уңышлы үткәрҙе.
Башҡортостан биләмәһе аша уҙған М-5 “Урал”, М-7 “Волга”, Р-240 “Өфө–Ырымбур” федераль трассаларында, көслө ҡар яуыуы, буран булыуына ҡарамаҫтан, тығындарға, хәрәкәттең тотҡарланыуына юл ҡуйылманы.
Идаралыҡта һуңғы ике йылда сафҡа индерелгән 14 автоматлаштырылған метеорологик тәьминәт системаһының һауа торошо хаҡында ваҡытында хәбәр итеүе лә ыңғай һөҙөмтә бирә. Башгидромет мәғлүмәттәрен тап улар алдан аныҡлай һәм производствоға идара итеү үҙәгенән автотрассаларҙы хеҙмәтләндергән подряд ойошмаларына хәбәр итә.
Юл ойошмаларының яуаплылығы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Улар тәүлек әйләнәһенә тырышып эшләй. Әле төрлө участкаларҙа 82 машина ҡар таҙартһа, буран осоронда федераль трассаларға 137 берәмек техника, шул иҫәптән 17 бульдозер, 11 роторлы машина, 13 автогрейдер, 61 машина йәлеп ителде.