Бала хаҡына15.03.2013
Республика кардиология диспансерында балалар анестезиологияһы һәм реанимацияһы бүлексәһе асылды. Тантанала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, “Мәрхәмәт” хәйриә фондының Попечителлек советы рәйесе Гөлшат Хәмитова ҡатнашты.

— Балалар өсөн берҙәм кардиология һәм кардиохирургия хеҙмәте ойоштороуға ихтыяж бар ине, — тине Республика кардиология диспансерының баш табибы Ирина Николаева. — Былтыр балалар кардиология бүлексәһе тотош бер ҡатҡа күсерелде. Эш анестезиология һәм реанимация бүлексәһен асыу менән тамамланды. Хәҙер йөрәккә операциялар һанын арттырырға мөмкин.
Яңы бүлексә һигеҙ койкаға иҫәпләнгән. Операциянан һуң бала ятасаҡ һәр урын алдынғы техника, йәшәйеште тәьмин итеүҙең заманса системалары менән йыһазландырылған.
Бүлексә мөдире Илдар Хәбибуллин әйтеүенсә, яһалма һулыш алдырыу, тән температураһын һаҡлау аппараттары ҡуйылған, дарыу миҡдарын билдәләгән аппаратура айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.


Вернуться назад