Тәҡдимдәр кәрәк15.03.2013
Октябрьский ҡалаһы, Салауат, Федоровка райондарының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған территориаль һайлау комиссиялары ағзалары вәкәләттәренең ваҡытынан алда туҡтатылыуына бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһының 6-сы пунктына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған яңы ағзаларҙы тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Документтар ошо белдереү баҫылып сыҡҡан көндән һуң егерме көн эсендә түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 250-66-22.


Вернуться назад