“Һеҙ ҙә минең кеүек бирешмәгеҙ!”15.03.2013
“Һеҙ ҙә минең кеүек бирешмәгеҙ!”Ҡыйыуыраҡ булығыҙ: ҡануниәт һеҙҙең хоҡуҡтарҙы яҡлай һәм ошо яҡлау механизмдарын тормошҡа ашырыу юлдарын билдәләй. Төп хоҡуҡтарығыҙҙы белеү һеҙгә төрлө хәлдәрҙә үҙегеҙҙе дөрөҫ тоторға һәм яҡларға ярҙам итәсәк. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наталья Реуцкаяның миҫалы ошо хәҡиҡәтте тағы берҙе иҫбатлай.

Фән өлкәһендә эшләүсе Наталья Николаевна – совет заманында ғәҙеллек һәм яуаплылыҡ ҡиммәттәренә таянып тәрбиәләнгән, фиҙакәр хеҙмәт юлын үткән быуын вәкиле. Әйтеүенсә, уға үҙ ғүмерендә шылғаяҡ холоҡло кешеләр менән осрашырға тура килһә лә, намыҫһыҙ, алдашҡан әҙәмдәр менән юлы бер ваҡытта ла киҫешмәгән… 2011 йылға тиклем. Ул осорҙа Реуцкийҙар ғаиләһе фатир һатып алған.
– Яңы урынға күсер алдынан ремонт яһарға ниәтләнек, – тип хәтерләй Наталья Николаевна. – Иң тәүҙә тәҙрәләрҙе алмаштырырға булдыҡ. Был беҙҙең тәүге тәжрибә ине – ошоға тиклем бындай фирмалар менән хеҙмәттәшлек булмағас, мөрәжәғәт итәһе оҫталарҙы иғлан гәзите аша таптыҡ. Әйткәндәй, был тармаҡта пластик тәҙрә ҡуйыусылар быуа быуырлыҡ, ә ағас рамалы быяла пакеттар менән эш итеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Шулай итеп, 2011 йылдың 1 ноябрендә “Курасково ағас эшкәртеү цехы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән килешеү төҙөнөк. 30 меңдән ашыу һум аҡса түләп, квитанция алдыҡ. Өс аҙнанан ағас рамалы тәҙрәләрҙе килтерергә вәғәҙә иттеләр. Ҡанатланып ҡайтып киттек.
Әммә өс аҙна үткәс, фирма вәкилдәре шылтыратмауға борсолоп, Наталья Николаевна үҙе телефонға үрелә. Ойошма етәксеһе урынбаҫары менән әңгәмәләшә, ул предприятиеның хәле бик үк шәптән түгеллеген, эштә тотҡарлыҡтар булыуын әйтә, әммә тәҙрәләр эшләүҙән баш тартмай, вәғәҙәләр менән тынысландыра. Тик… Ваҡыт алға йүгерә, Яңы йыл үтеп китә. Тәҙрәләр ҡуйылмағас, ремонт та туҡтап ҡала. Ә фирманан бер сәләм дә юҡ, аҡсаны ла ҡайтарырға уйламайҙар. Аптырағас, Наталья Реуцкая юрист менән кәңәшләшә, фирма хаҡында мәғлүмәт туплай. Баҡһаң, предприятие эшсәндәре 2001 йылдың авгусынан эш хаҡы алмаған, ә цех 1ноябрҙән бөтөнләй эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Заказдар һәм аҡса ҡабул ителгән! Юрист, килешеүҙе ҡарағас, Наталья Реуцкаяға документтың бөтөнләй дөрөҫ төҙөлмәүен, унда фирманың ниндәй үлсәмдәге, төҫтәге тауар эшләргә вәғәҙә иткәнлеге, хеҙмәттең һәм деталдәрҙең айырым хаҡтары һәм башҡа үҙенсәлектәр айырым күрһәтелмәүен, дөйөм һүҙҙәр генә яҙылыуын белдергән.
– Ярай әле квитанция биргәндәр! – тип ҡыуана Наталья Николаевна. – Юҡһа, судта ниҙер иҫбатлау бик ауыр булыр ине.
Киләһе бер нисә ай инстанциялар юлын тапау, хаттарға яуап көтөү менән үтә. Заказсыларҙы алдаған предприятие менән прокуратура хеҙмәткәрҙәре лә бәйләнешкә инә, әммә һөҙөмтә булмай. Тәҙрә ҡуйыуға килешеү төҙөүгә бер йыл самаһы үтте тигәндә, Наталья Реуцкая баш ҡала хакимиәтенең ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итеп ҡарарға ниәтләй.
– Бында алданыраҡ килмәүемә үкенәм: бәлки, ғәҙеллек юлын был тиклем оҙаҡ тапамаҫ инем. Мине белгестәр бик йылы ҡабул итте, проблеманы ентекләп өйрәнделәр. Кәңәш бирҙеләр, хаҡлығыма ышаныс өҫтәнеләр, судҡа ғариза яҙырға ярҙам иттеләр. Уларға бик рәхмәтлемен, – ти Наталья Николаевна.
Шулай итеп, ҡулланыусы судҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Бер нисә ултырыштан һуң суд Реуцкая файҙаһына ҡарар сығара. Уның буйынса, фирма менән заказсы араһында килешеү юҡҡа сығарыла, Наталья Реуцкая түләгән иғәнә кире ҡайтарылырға, заказды ваҡытында үтәмәгән өсөн предприятие штраф түләргә, әхлаҡи зыянды ҡапларға тейеш. Әммә башҡарыу ҡағыҙы булһа ла, әлегә Наталья Николаевна тейешле сумманы ҡулына алмаған, бурыслыларҙы табыу – суд приставтары яуаплылығында.
– Йыл ярымға һуҙылған “тәҙрә бәләһе” мине тормошҡа икенсе күҙлектән ҡарарға, үҙ хоҡуҡтарымды яҡларға өйрәтте. Ғәҙеллек өсөн көрәш нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, был – баһалап бөткөһөҙ оло тәжрибә, ошо миҫал – оло еңеүем. Шулай уҡ башҡаларға әйтер һүҙем дә бар. Беренсенән, ниндәй фирма, ойошма менән килешеү төҙөһәгеҙ, унда хеҙмәттең бар нескәлектәре, үҙенсәлектәре аныҡ итеп билдәләнергә, хаҡтары күрһәтелергә тейеш. Дөйөм һүҙҙәрҙән торған ҡағыҙға ҡул ҡуйҙыртырға ниәтләйҙәр икән, баш тартығыҙ, еренә еткереүҙе үтенегеҙ. Икенсенән, һөҙөмтәне күргәнгә, һынағанға тиклем, бер генә документты ла ташламағыҙ. Чек, квитанция кеүек ҡағыҙҙарҙы бигерәк тә. Бәхәсле хәл килеп тыуа икән, дөрөҫлөктө юллау ифрат оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал, сөнки һәр инстанцияның хаттарға яуап бирәһе ваҡыты – бер ай. Оҙаҡ һәм мәшәҡәтле тойолһа ла, тейешле органдарға яҙма рәүештә мөрәжәғәт итеү һәм яҙма яуап алыу, уларҙы йыйып барыу отошло: бәлки, судҡа мөрәжәғәт итергә тура килер? Судта иһә һәр документ мөһим. Өсөнсөнән, һәр ҡулланыусының өҫтәлендә “Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында”ғы Закон булырға тейеш. Был документ барлыҡ һорауҙарға ла яуап бирә. Шуға ла белемегеҙҙе арттырыу һис тә зыянға түгел, – ти Наталья Реуцкая.
Әйткәндәй, ул күптән түгел Өфө ҡалаһы хакимиәте ойошторған “Иң грамоталы ҡулланыусы” бәйгеһендә еңеү яулаған.
– Дәғүәселәрҙең барыһы ла лайыҡлы ине. Уларҙың һәр ҡайһыһы, ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмайынса, үҙ хоҡуғын яҡлауға, ғәҙеллек яулауға өлгәшкән. Шундайҙар араһында булыуым менән ғорурланам, һеҙ ҙә бирешмәгеҙ, – тип һүҙен тамамланы ҡыйыу ҡулланыусы.

Редакциянан. Әйткәндәй, әгәр һеҙҙең һорауҙарығыҙ булһа, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау бүлегенә шылтырата алаһығыҙ: 8 (347)235-99-45.
Башҡортостан ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау республика йәмәғәт ойошмаһында ла һеҙҙе тыңларға әҙерҙәр: 8 (347)246-07-90.
“Башҡортостандың ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау республика берекмәһе” төбәк йәмәғәт ойошмаһы телефоны: 8 (347)237-82-08, 237-76-24, 237-84-02.


Вернуться назад