Ете тарафтан ете хәбәр15.03.2013
Буран самолетҡа ла ҡамасаулаған
Краснокама районында “Ан-2” самолеты аварияға тарып, ергә төшөргә мәжбүр булған. Ул Нефтекама ҡалаһы янындағы Мүзәк ауылы эргәһендәге яланға төшкән.
Ғәҙәттән тыш хәл урынына шунда уҡ ҡотҡарыусылар ебәрелгән. Аварияла 1972 йылғы ир тән йәрәхәттәре алған. Уны дауаханаға оҙатҡандар. Еңел самолет Краснокама районында нефть үткәргестәрҙе тикшереү маҡсатында һауаға күтәрелгән булған.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтынан.
Мөһим мәсьәләләр күтәрелгән
Ғафури районы етәкселәре халыҡ менән даими осраша. Күптән түгел ошондай сара Ташбүкән ауыл биләмәһендә үткән.
Биләмәгә өс ауыл ҡарай. Барлығы 225 йортта 542 кеше йәшәй. Ике мәктәп, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, почта бүлексәһе һәм магазин ябылған. Быйыл урамдарҙы яҡтыртыу, зыяратты төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау, Ташбүкән ауылында медицина пункты төҙөү кеүек эштәрҙе атҡараһы бар. Халыҡ күтәргән төп мәсьәләләр — серегән электр бағаналарын алмаштырыу, эсәр һыу мәсьәләһен хәл итеү, янғын һағы депоһы төҙөү, мал зыяраты булдырыу.
“Табын”.
Һөнәрҙәр күп, күңелгә ятҡанын һайлағыҙ
Мәләүез ҡала мәҙәниәт һарайында үткән һөнәри белем биреү уҡыу йорттарына урындар йәрминкәһе сығарылыш уҡыусылары өсөн йыл һайын ойошторола.
Сарала йәштәр уҡыу йорттары, үҙҙәренә оҡшаған һөнәр тураһында ентекле мәғлүмәт алды. Ниндәй һөнәргә яраҡлылыҡтарын белеү өсөн тест һорауҙарына яуап бирҙе. Күмертау, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы уҡыу йортарынан килгән вәкилдәр буласаҡ абитуриенттарға мәғлүмәт бирҙе. Башҡорт дәүләт университеты, уның Стәрлетамаҡтағы филиалы кеүек юғары һөнәри белем биргән уҡыу йорттарынан килгән вәкилдәр ҙә уҡыусыларға киләсәктә һөнәр һайларға ярҙам итте.
“Көнгәк”.
Һунар осоро ябылһа ла...
Учалы районында законһыҙ рәүештә мышы атыу осрағы теркәлгән. Тәбиғәткә килтерелгән зыян күләме 150 мең һум тәшкил иткән.
Һунар буйынса дәүләт инспекторы Александр Баннов полиция һәм һунар йәмғиәте ағзалары менән берлектә сираттағы рейдҡа сыға. Кирәбе урманы төпкөлөндә улар мышы тиреһен тунаусыға юлыға. Браконьерға ҡарата шунда уҡ административ протокол төҙөлә, һунар мылтығы, шулай уҡ мышының кәүҙәһе, тиреһе тартып алына. Һунарсы үҙ ғәйебен таный һәм тәбиғәткә килтерелгән зыянды ла тиҙ арала ҡаплай, ләкин был уны закон алдында яуап биреүҙән азат итмәй. Әйткәндәй, әле һунар осоро башланмаған, әммә браконьерҙар быны инҡар итә. Шулай ҙа урманды биш бармағылай белгән Александр Баннов кеүек егерҙар булғанда, закон боҙоусылар үҙ тоҙағына үҙе эләгә.
“Яйыҡ”.
Шашкасылар төйәге
Ишембай — республикала һәм Рәсәйҙә генә түгел, донъя кимәлендә танылыу яулаған шашкасылар биреүсе төбәк. Ошо көндәрҙә ҡалала сираттағы тапҡыр Рәсәй чемпионаты үтте. Сараға Башҡортостандың Физик культура, спорт һәм туризм комитеты рәйесе Ришат Сәлимгәрәев, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Юрий Черток, Бөтә Донъя Шашка федерацияһы президенты Гарри Оттен килде.
46 шашкасы туғыҙ көн дауамында чемпион исеме өсөн көрәште.Төп программа буйынса ир-егеттәр араһында Удмуртиянан Алексей Чижов Рәсәй кубогына лайыҡ булды. Көмөш миҙалды — Башҡортостандан Александр Георгиев, бронзаны Тула өлкәһенән Александр Гетманский яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй кубогына Саха (Яҡут) Республикаһынан Ирина Платонова лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ Елена Мильшина — көмөш, Саха (Яҡут) Республикаһынан Ангелина Попова бронза миҙал алды.
“Торатау”.
Һәр тармаҡҡа алмаш кәрәк
Өфөлә Башҡорт дәүләт аграр университетында район етәкселеге студенттар менән осрашты. Сарала район хакимиәте башлығы Ғәли Хәйретдинов, Салауат районының почетлы гражданы, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры Радил Мөхәмәтдинов, баш ҡалалағы “Салауаттар” йәмәғәт берекмәһе рәйесе Иштимер Хурамшин һәм башҡа вәкилдәр ҡатнашты.
Баш ҡалалағы уҡыу йорттарында Салауат районынан сыҡҡан 558 студент белем эстәй, быйыл 120-һе ҡулына диплом аласаҡ. Районда йәштәргә эш бар. Әлеге мәлдә “Таймый” агрофирмаһына агроном, мал табибы, зоотехник, иҡтисадсы, баш инженерҙар кәрәк. Ветеринар станция, райондың эске эштәр бүлеге, үҙәк дауахана, һаҡлыҡ банкы һәм башҡа урындарҙа ла белгестәргә ҡытлыҡ бар. Район хакимиәте башлығы белдереүенсә, ғаиләле белгестәргә тәү сиратта торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеләсәк.
“Йүрүҙән”.
Тыуған яҡ моңдары яңғыраны
Тошҡур ауылында башҡорт һәм татар халыҡ, эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың “Тыуған яҡ моңдары-2013” район конкурсына йомғаҡ яһалды.
Сарала райондың утыҙҙан ашыу ауылы әүҙем ҡатнашты. Илленән артыҡ һәүәҫкәр йырсы, ете дуэт, 14 вокал ансамбль сығыш яһаны. Быйылғы конкурсҡа йәмғеһе 218 кеше йәлеп ителгән. Гран-приға Иҫке Балтастан Фиғәт Ғәлин лайыҡ булды. Ансамблдәр араһында беренсе урынды Яңы Ямурҙа ауылының “Тыуған моңдар” ансамбле яуланы.
Балтас районы хакимиәте сайтынан.