Ниһайәт, һыулы булдыҡ!15.03.2013
Ниһайәт, һыулы булдыҡ!Йылайыр районының Иҫке Яҡуп халҡы тиҫтә йыл һыу юҡлыҡтан интегә. Хатта эсәр һыу эҙләп, күрше Япарһаҙ, Матрай ауылдарына юлланырға тура килә. Элек колхоздың башняһы эшләгән саҡта был мәсьәлә бер кемде лә борсоманы, ә инде хужалыҡтар юҡҡа сығыу менән, һыуға ҡытлыҡ башланды.
Ауыл янынан ғына Һаҡмар йылғаһы талғын ағыуын дауам итһә лә, яҡуптар унан ҡыш ҡына файҙалана ала, сөнки йәй йылға бысрана, эсергә яраҡһыҙ була. Шунан башлана ла инде мәхшәр: ат егеп йә машина менән күрше ауылдарға һыуға йөрөүҙәр...
Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәйҙәр, әммә уларҙың аһ-зарын ишетеүсе генә табылмай. Район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин проблеманы күҙәтеүгә алғас ҡына, эштәр яйға һалына. Ауылдарҙы төҙөкләндереүгә бүленгән фонд аҡсаһы иҫәбенә ҡоҙоҡ ҡаҙҙырыла, йәнә электр энергияһына тоташтырыу, иҫәпләү ҡорамалы урынлаштырыу өсөн дә байтаҡ сығым талап ителә. Баймаҡтан килгән скважина быраулаусылар иң отошло тип һайлаған урында 15 метрҙан һыу урғып та сыға. Оҙаҡ йылдар интеккән халыҡ әле рәхәтләнеп үҙҙәренең ҡоҙоғонан һыу ташый.


Вернуться назад