Ҡотлайбыҙ!15.03.2013
Ҡотлайбыҙ!Донъялағы иң ҡәҙерле кешеләребеҙҙең береһе, Бөрйән районының Яңы Усман ауылында йәшәгән һоҡланғыс ир-уҙаман Тәлғәт Әхмәтзата улы Мәжитовты 60 йәше тулыу айҡанлы бар йөрәктән тәбрикләйбеҙ.
Ул — беҙҙең ғорурлығыбыҙ, тормоштағы маяғыбыҙ, рухландырыусыбыҙ, аңлаусыбыҙ, яҡлаусыбыҙ. Ғүмере буйы ҡулы — эштән, күңеле ғаиләһе хаҡында хәстәрлектән бушаманы. Беҙ генә түгел, барлыҡ туғандары, яҡташтары, таныштары ихтирам итә, ярата Тәлғәт Әхмәтзата улын. Оҫта ҡуллы, иҫ китмәле тырыш, һәр кемгә ярҙамсыл, көслө ихтыярлы булыуы, гелән тәрәндән уйлап эш итеүе, вәғәҙәһендә тора белеүе, аҙ һәм тура һүҙлелеге менән абруй яулаған. Аҡһаҡалдар ҡорона инһә лә, ул бер эштән дә кәмһенмәй, һаман да ҡолас ташлап бесән саба, кәбән һала, ағас йыға, бура бурай — ғөмүмән, егеттәрсә етеҙлек менән барыһына ла өлгөрә. Ҡура тултырып мал аҫрауы, йыл да йәшелсә-емештән емертеп уңыш алыуы, ихатаһын төҙөк тотоуы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Ысын мәғәнәһендә йүнсел: бер ваҡытта ла мохтаж булып, зарланып ултырмай, кәрәген таба.
Юбилейы менән ҡотлап, ҡәҙерле кешебеҙгә ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, оҙон ғүмеренең һәр аҙымында уңыштар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс-ҡеүәт, ғаилә именлеге, изгелектәр насип итеүен, әсәйебеҙ Фәриҙә Ғилметдин ҡыҙы менән артабан да бер-береһенә терәк булып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Балалары, килен һәм кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре.


Вернуться назад