Ислам ҡатын-ҡыҙҙы юғарыға күтәрә15.03.2013
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй НУРМӨХӘМӘТ хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Әҙәм ғәләйһис-сәләм, бөтөн уңайлығы булған йәннәттә йәшәһә лә, күңел тыныслығы таба алмаған. Шул саҡта Аллаһ Тәғәлә анабыҙ Һауаны яратҡан. Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең күңеле тынысланған, хушланған, ул йәннәттә йәшәүҙең шатлыҡ-ҡыуанысын кисерә башлаған.
Әммә уларҙың шулай йәшәүенә, бөтөн тере йән эйәләренән, фәрештәләрҙән юғары итеп яратылыуына көнләшеүселәр ҙә табылған. Бер саҡ, Аллаһ Тәғәлә Әҙәм ғәләйһис-сәләмгә сәждә ҡылырға бойорған ваҡытта, Ғазазил исемле фәрештә: "Эй, Раббым, Һеҙ беҙҙе — уттан, ә әҙәм балаһын ерҙән яраттығыҙ. Беҙ уға ҡарағанда өҫтөн", — тип тәкәбберләнгән. Был һүҙҙәре өсөн Аллаһ уны йәннәттән ҡыуған. Ғазазил иһә Әҙәм ғәләйһис-сәләмгә хөсөт уйлап, йәннәттән сығарыу юлын эҙләй башлаған һәм төрлө хәйлә менән маҡсатына өлгәшкән.
Аллаһ Тәғәлә Әҙәм менән Һауаны Ергә төшөргән. Улар, икеһе ике урынға эләкһә лә, Ғәрәфәт тауында күрешеп, ғаилә ҡороп, бергә тормош көтә башлаған.
Мөхәббәт — ул Аллаһ Тәғәлә биргән бүләк. Әҙәм балалары ғаиләне ошо һөйөүгә нигеҙләнеп ҡорорға тейеш. Көслөрәк, ғәйрәтлерәк итеп яратылған иргә — мал табыу, ә йомшаҡ, наҙлы ҡатын-ҡыҙға уны урынлы тотоноп, балалар үҫтереү, өй йылыһын һаҡлау бурысы йөкмәтелә. Әммә, айырмалыҡ булған осраҡта ла, мосолман ҡатын-ҡыҙының дәрәжәһе ифрат юғары. Әйтәйек, Ислам таралғанға ҡәҙәр Ерҙә көсһөҙ заттың мираҫ алыу мөмкинлеге булмаған. Европала "ҡатын-ҡыҙ кем һуң ул?" тигән фекерҙәр ҙә осраштырған. Ә "Ҡөрьән Кәрим"дә ир менән ҡатын бергә ҡуйыла. Ундағы "Ниса" сүрәһе тотошлай ҡатын-ҡыҙға арналған, ғаилә ҡороу, мираҫ алыу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса бурыстары, хоҡуҡтары бәйән ителгән.
Рәсүл-Әкрам саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмгә бер егет килә лә: "Ҙур байлығым, киң мөмкинлектәрем бар, уларҙан кемгә өлөш сығарайым?" — ти. "Әсәйеңә", — тип яуап бирә Пәйғәмбәр. "Бирҙем, ә башҡаһын ни эшләтәйем?" — тип тағы ла мөрәжәғәт иткән егетте икенсе, өсөнсө тапҡыр ҙа әсәһенә йүнәлтә. Дүртенсегә килгәс: "Атайыңа өлөш сығар", — ти. Ошонан ғына ла әсәйҙәрҙең дәрәжәһе ниндәй юғары кимәлдә икәнлеге күренә.
Икенсе бер хәҙисте иҫкә төшөрһәк, унда "Йәннәт — әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында" тигән һүҙҙәр бар. Уларҙың алдындағы бурысты үтәп бөтөү мөмкин түгел. Хатта ки Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм 120 мең сәхәбиҙәр алдында әйткән хушлашыу вәғәзендә: "Ҡатын-ҡыҙға һәр ваҡыт күркәм мөнәсәбәттә булығыҙ", — тип бойорған.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Ҡатын-ҡыҙҙы ғүмер буйы хөрмәт итергә тейешбеҙ. Улар — ярҙамсыбыҙ, кәңәшсебеҙ, донъяның тотҡаһы. "Ер-Әсә" тигән төшөнсә бит юҡтан ғына яралмаған. Һәр саҡ яныбыҙҙа булып, уңыштарыбыҙҙы, ҡайғы-хәсрәтебеҙҙе уртаҡ күтәрешкән, дәрт, рух, илһам, һөйөү биргән ҡатын-ҡыҙға йомшаҡ мөнәсәбәттә булайыҡ. Бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп, Аллаһ Тәғәлә биргән ғүмерҙе татыулыҡта үткәрһәк, күркәм ғаиләлә илебеҙҙең киләсәгенә хеҙмәт итерлек балалар үҫтерһәк, Аллаһ Тәғәлә, Ватан алдында бурысыбыҙҙы үтәрбеҙ.