Әсәйҙәргә кем етә?16.12.2011
Ҡала әсәйҙәре таҫыллыҡта көс һынашты.
Урындағы башҡорт гимназияһының спорт залында 15 команда йыйылғайны. Улар төрлө өлкәлә эшләгән әсәйҙәрҙе – уҡытыусыларҙы, табиптарҙы, бухгалтерҙарҙы, музыканттарҙы, дәүләт хеҙмәтендә эшләүселәрҙе берләштергән. Гүзәл заттар төрлө һәләттәрен күрһәтте: кем спорта алдынғылыҡты бирмәне, бәғзеләр артислыҡ таланты менән һоҡландырҙы. Ҡыҙыҡлы уйындар бер кемде лә битараф ҡалдырманы: әсәйҙәр отҡорлоҡтарын һынағансы, көйәрмәндәр дәррәү ярҙамлашырға ашыҡты. 15 команда араһынан иң шәбен һайлау еңел булманы. Күпселек тауыш менән I урын – балалар-үҫмерҙәр мәктәбендә, II урын – 1-се мәктәптә, III урын ҡала дауаханаһында эшләүсе әсәйҙәргә бирелде.
"Ағиҙел уттары", Ағиҙел ҡалаһы.


Вернуться назад