Ҙур ҡалала йәшәүсе водителдәр ғүмеренең алты айын светофорҙың йәшел утын көтөп үткәрә икән. Ә йәйәүлеләр бының өсөн ике аҙнанан ашыу ваҡытын әрәм итә, ти. Һәр хәлдә, статистика мәғлүмәттәре ошолай.
Өфөлә светофорҙарға “Өфөгорсвет” идара итә. Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, унда барып, директоры Олег Маликов оҙатыуында предприятиеның эшмәкәрлеге менән танышты.
Светофорҙың дөрөҫ эшләүе — юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең нигеҙе, шуға күрә уларҙы яңыртыуға һәр ваҡыт ҙур иғтибар бирелә. Әлеге ваҡытта баш ҡалала юл хәрәкәтенә автоматлаштырылған система ярҙамында идара итеү мөмкинлеге киң.
Баш ҡаланың светофор хужалығы “Өфөгорсвет” ҡарамағына 2011 йылда тапшырылғайны. Ул саҡта Өфөләге был ҡорамалдарҙың яртыһынан күбе 70–80-се йылдарҙа эшләнгән ине. Әле предприятие уларҙы яңыртыу маҡсатында ҙур эш башҡара. Билдәле булыуынса, һуңғы йылдарҙа Өфөлә байтаҡ ҡына урам киңәйтелде, бер ыңғай 28 светофор яңыртылды.
Баш ҡалала йәшәүселәрҙең һәм ҡунаҡтарҙың иғтибар иткәне барҙыр: хәҙер ҙур юл киҫелештәрендәге светофорҙа ваҡытты күрһәтеүсе таблолар бар. Был бер яҡтан бик уңайлы булһа, икенсе яҡтан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов әйтеүенсә, улар эшләй башлау менән юл киҫелешендәге һәләкәттәр ике тапҡырға кәмегән. Хәҙер яңы технологияларҙы һәр урында ҡулланырға кәрәк, тине ул.
Бөгөн Өфөлә 327 светофор бар, уларҙың эшен бик яҡшы тип әйтеп булмай. Шулай ҙа яңыртыу йылдам бара. Киләсәктә “интеллектуаль идара итеү” системаһын булдырыу күҙаллана. Был тығындарҙы кәметәсәк, хәүефһеҙлек тәьмин итеү йәһәтенән дә әһәмиәте ҙур. Рөстәм Зәки улы эште тиҙләтергә ҡушты.