Элек-электән һәр ауылдың үҙ оҫталары бар. Кемдер тимерсе йә балта оҫтаһы булған, кемдер быйма баҫҡан, кейеҙ һуҡҡан, өсөнсөләр сана табаны бөккән, арба яһаған, самауыр ямап йә күнәк төпләп тә дан алған. Ҡулы бындай кәсепте белмәгәндәр, ҡырҡар-иллешәр саҡрым ер үтеп, кәрәк-ярағын эшләтеп алыр булған. Хәҙер халыҡ араһында бындай ихтыяж әллә ни юҡ — магазин тулы әйбер.
Шулай ҙа Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәһә, шул тиклем үк зауыҡ, күңел көҫәүе. Күптәрҙе, әйтәйек, конвейерға ҡуйылған һәм күмәртәләп етештерелгән завод-фабрика әйберҙәре ҡәнәғәтләндереп етмәй: йә сифаты, йә формаһы оҡшамай. Ҡайһы берәүҙәр пластмасса, ДВП, ДСП кеүек материалдан яһалған йыһаз һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән мөрхәтһенмәй, тәбиғи әйбергә өҫтөнлөк бирә. Нәҡ шундайҙар ауыл оҫталарына мөрәжәғәт итә лә инде. Ә улар, шөкөр, бөгөн етерлек. Хатта атайҙары балта тотоп эшләмәгән булһа ла, быуын аша ҡартатаһынан ейәненә бирелгән тилберлек барыбер үҙенекен итә. Хәйер, бәлки, колхоз-совхоздар бөтөп, халыҡтың күпләп эшһеҙ ҡалыуы ла ҡандағы "йоҡлап ятҡан” гендарҙың "уяныуына” сәбәпсе булғандыр. Юғиһә, ата-бабабыҙҙан быуындан быуынға тапшырылып килгән, әммә совет осоронда онотолоп барған ағас юныу, тимер бөгөү, йөн иләү, һалабаш һалыу, септә үреү кеүек әллә күпме шөғөлдөң нисәмә тиҫтә йылдан һуң тергеҙелеүе ғәжәпләнерлек.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында үҙгәртеп ҡороу үткәрелмәһә, кем белә, бәлки, Миңнулла ла һаман, көн уҙһын, сабата туҙһын тип, ғүмеренең иң матур мәлен совхоздың булыр-булмаҫ эшендә вайран иткән булыр ине. Нәҡ шул күмәк хужалыҡтан яҙыу күптәрҙе үҙ ояһын туҙҙырып, сит яҡтарға сығып китергә мәжбүр итһә, Миңнулла Насиповты атай-олатайынан ҡалған кәсепкә тотонорға, йәғни үҙенең булмышына ҡайтырға, күндергән. Әйткәндәй, кәрәкле юлды табыу ҙа бик еңелдән булмай. Тәүҙә тире иләүҙән башлай ул шәхси шөғөлөн. Был кәсеп серҙәрен Мәләүез ҡалаһына барып өйрәнеп, кәзә, ҡуян, төлкө, һыуһар тиреләрен еренә еткереп эшкәртеп, туған-тыумасаһына, күрше-тирәһенә, ауылдаштарына заказ буйынса кәпәс тегергә керешә совхоздың элекке төҙөүсеһе. Оҫта даны тирә-яҡҡа тиҙ тарала. Күрше ауыл һәм райондарҙан ғына түгел, хатта ҡалаларҙан да эҙләп киләләр уны.
— Эшемдең сифаты шунан күренә: 15 йыл үтһә лә, ауылдаштарым араһында мин теккән кәпәстә йөрөүселәр бар, — тип ҡәнәғәт йылмая Миңнулла.
Тик был шөғөлдөң дә насар яғы бар. Мәҫәлән, тире эшкәрткәндә ҡулланылған кислотаның сәләмәтлеккә кире йоғонтоһо ҙур. Икенсе яҡтан, замана мөмкинлектәре ҡаланан ауылға шул тиклем тиҙ килеп етеп, кәпәссене хеҙмәт баҙарынан ҡыҫырыҡлап сығара башлай. Өйҙәре лә иҫке генә. Береһенән-береһе ваҡ өс баланы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Юғиһә, йоҡлауҙары ла, уйнауҙары ла урындыҡта. Ҡулына балта, бысҡы, ҡасау, йышҡы алып, ҡыҙҙары менән улына иң тәүҙә өҫтәл, ултырғыс эшләп бирә. Унан һуң — ағастан карауат. Ошо йыһазды (халыҡ араһында тахта тип йөрөтөлә ул) эшләп ултыртыу һәр төрлө заказға юл асып ебәрә лә инде. Ике ҡатлы карауат, аш бүлмәһенә йыһаз, дүрткел һәм түңәрәк журнал өҫтәлдәре, һырлап-биҙәкләп эшләнгән ултырғыстар, эскәмйәләр, һандыҡ, сәңгелдәк һәм башҡалар сауҙаға сыға.
— Үрге Һаҙҙан байтаҡ бала минең сәңгелдәктә йоҡлап, ағас саналарымда шыуып үҫте. Ағас сана табанына пластмасса ҡағып бирһәң, ул әллә ҡайҙа шыуып төшөп китә. Һөйрәп йөрөтөүе лә еңел, — тип ихлас йылмая әңгәмәсем. — Хәҙер бит ауыл ерендә ағас оҫталары һирәк. Ошо эш ун биш йыллап инде ғаиләмде аҫрай. Һуңғы ваҡытта ишек, тәҙрә рамдарын һораусылар күп. Пластик тәҙрә ҡуйғандар хәҙер ағас рамдарға кире ҡайта. Әле бына Күгәрсен ауылынан бер кеше ике метр оҙонлоҡтағы алты өҫтәлгә, һигеҙ эскәмйәгә заказ биреп китте.
Ағас эше оҫтаһы өсөн төп реклама — "йүкә телефон". Утыҙ тештән сыҡҡан һүҙ утыҙ ауыҙға етә, тигәндәй утыҙ ауыл-ҡалаға барып етә. Күгәрсен уҙаманына әле күрше Ейәнсура районынан, Мәләүез, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан да заказдар күп. Тик теге йәки был әйберҙе эшләтеп алырға теләүселәр үҙ материалын алып килә, сөнки Миңнулланың үҙенә диләнкә юллап, бик оҙаҡ йөрөргә, әллә күпме инстанция үтергә тура килер ине. Унан һуң ҡырҡҡан ағасыңды ташырға, ярып киптерергә әллә күпме сығым һәм ваҡыт талап ителә.
Ауыл оҫтаһының ихатаһынан машиналарҙың өҙөлгәне юҡ: заказсылар килеп-китеп кенә тора. Шуға, Миңнулла көрәп аҡса эшләй, тип уйлайҙыр күптәр. Тик заказсыларынан "бесеп" хаҡ һораһа, башҡорт буламы ни ул!
— Һәр кемдең мөмкинлегенән сығып эш итәм. Ауыл халҡының аҡсаға мохтажлығы бер кемгә лә сер түгел, шунлыҡтан бартерға ла ризамын — он, бойҙай бирәләр. Бер ҡараһаң, ағас эше — минең хобби ул. Был шөғөлдән йәнемә тыныслыҡ, йәм табам — шуныһы еткән миңә... — Маңлайына тире сыҡҡан Миңнулла, тешен йылтыратып, баҫалҡы ғына көлөмһөрәне.
Оҫтаханаһында зырлап эшләгән фрезлау станогы, бырауы, лобзигы, шымартыусы машинаһы һәм тағы ла әллә күпме эш ҡоралының тауышы тынмай. Ағас эшкәртеү станоктарының барыһын да тип әйтерлек ул үҙе йыйып, ҡороп алған.
— Кеше материалын килтереүен килтерә лә ул, тик таҡталары, бурсалары йәш ағастан, шунлыҡтан уларҙы мунсала, өйҙә киптерәм. Юғиһә, сей таҡтанан яһалған әйбер оҙағыраҡ кибә, таҡта аралары асыла, ҡалтая. Кеше ҡәнәғәт ҡалһын тиһәң, еренә еткереп эшләргә тура килә, — ти иренең төп ярҙамсыһына әйләнгән Әнисә. — Яңғыҙына ауыр, шуға таҡтаһын тотошоп тораммы, эш ҡоралдарын алып бирешәмме...
Ишек алдында торған телескопты күреп аптыраным. Һораулы ҡарашымды тойоп алған Әнисә:
— Миңнулла һәр яҡтан да килгән ул: йондоҙҙар менән ҡыҙыҡһына, күп уҡый, күп белә. Атаһының ошо ҡыҙыҡһыныуын хуплап, Күмертауҙа уҡытып йөрөгән ҡыҙыбыҙ Әлфиә телескоп алып ҡайтып бирҙе. Хәҙер үҙебеҙ генә түгел, ауыл балалары ла килеп төндә күк йөҙөн байҡай, — тип аңлатты. — Алдынан китабы өҙөлмәй уның. Тормошҡа ҡарата үҙ фәлсәфәһе, үҙ ҡарашы. Бөтә яңылыҡты белә. Уның менән теләгән бер темаға һөйләшеп була. Миңә лә, балаларына ла, бар кешегә лә алсаҡ, игелекле...
— Ул класта иң яҡшы уҡыусыларҙың береһе ине. Физика, математика, химия, астрономия фәндәре шул тиклем еңел бирелде Миңнуллаға. Әле лә ул математиканан иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе бер ауырлыҡһыҙ сисә. Хәтеренең шәплегенә хайран ҡалырлыҡ. Юғары уҡыу йортон тамамлаған булһа, әле әллә кем булыр ине... — Күршелә генә йәшәгән класташы Әлмира Хәлитова ла Миңнулланы маҡтап алды.
...Күп һөйләргә яратмаған хужаның ҡулынан ҡоралы төшмәне. Электр шымалағысын алып, зыу килтереп өҫтәленең өҫтөн ялтыратҡандан һуң, ҡулы менән һыйпап ҡарап, ҡәнәғәтлеген йылмайыуы аша белдерҙе. Күп тә тормай, эскәмйә өсөн әҙерләмәләренә барып тотондо...