Райондың "зәңгәр яғыулыҡ" үткән ауылдары һаны 22-гә етте. Дөйөм алғанда, төбәк буйынса 341 километрҙан ашыу газ торбаһы һалынған.
Ҡайһы бер ауылдарға газ инһә лә, йорттарға тоташтырылмаған осраҡтар бар. Сәбәбе – кешеләрҙең ойошмаға ваҡытында мөрәжәғәт итмәүе, документтар туплауҙы һуҙыуы.
Әйткәндәй, быйыл Баймаҡ ҡалаһында 14 километр оҙонлоғондағы газ үткәргес төҙөү өсөн аҡса бүленгән. Йыл аҙағына тиклем 20 урамға газ торбалары һуҙыласаҡ.
"Һаҡмар", Баймаҡ районы.