Йыр-моң илата ла, көлдөрә лә...14.03.2013
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Үткән ғүмер», «Ҡайтайым ауылыма» тапшырыуҙары бик оҡшай. Бигерәк тә артистарҙың, яҙыусыларҙың уҙған йылдарын, йәш ваҡыттарын хәтергә төшөрөүен тыңларға яратам.

Бына 50 йылдан ашыу гәзит-журналдарҙан да айырылғаным юҡ. Уҡыйым да уйлап ултырам: был яҙыусыларҙы Хоҙай үҙе шулай тәрән хисле итеп яраталыр инде.
1964 йылдан башлап бер спектаклдән, концерттан ҡалманыҡ. Талбазының беренсе ағас клубында Гөлсөм Хәбибуллинаның сығышын ҡарағайныҡ. Нәҙекәй генә ҡыҙыҡай ине. Йәш Нәзифә Ҡадированың сығышы ла әле булһа хәтеремдә. Элекке артистар ныҡ һағындыра. Әйтер һүҙем шул: яҙыусылар, артистар тураһындағы тапшырыуҙарҙы йышыраҡ һәм кисен күрһәтһендәр ине.


Вернуться назад