Кәңәшләшеп йәшәүгә ни етә!14.03.2013
Дәрүс Ситдиҡов золом осоронда ата-әсәһе менән Урта Төлмәйгә килеп юлыҡҡан.
Малай апаһынан күрмәксе уҡырға тырыша. 17 йәше тулғас, егетте Урта Төлмәйгә эшкә алалар. Бында уҡытып йөрөгән ҡыҙға күҙе төшә һәм һылыуҡай менән осрашырға хыяллана.
Валентина Антонованы Дубининоға күсерәләр, күп тә үтмәй, Дәрүс Вафаҡай улын әрме сафына алалар. Унан ҡайтҡас, эшкә ул апаһы янына Йөйәккә ҡайта һәм шунда төпләнә. Валентина Мартыновна ла, әсәйемдәргә яҡыныраҡ булайым тип, Александровка мәктәбенә уҡытырға күсә. Күп тә үтмәй, йәштәр бергә тормош ҡороп ебәрә.
Ситдиҡовтар балаларын да рухлы итеп тәрбиәләй. Улар юғары белем ала һәм яратҡан һөнәрҙәрен һайлай. Хәҙер һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһе менән йәшәй, йыш ҡына тыуған йортҡа ҡайтып,, ата-әсәһенә ярҙамлашып торалар. Улар бер ваҡытта ла иптәштәрен, дуҫ-ишен, туғандарын ситкә типмәне, мөмкин тиклем кәңәшләшеп, уй-хистәре менән уртаҡлашып, бергә йәшәргә тырышты.