Онотолмаҫ осрашыу14.03.2013
Ғәлиә Имашева... Уның исемен телгә алыу менән 1988 — 1991 йылдарҙа "Йоматау" шифаханаһында бергә ял иткәнде һағынып иҫкә алам. Бик тә ябай, ихлас апай ине. Уның менән уйламағанда таныштыҡ.
Ул көндә ял итеүселәрҙең концерты булды. Мин мандолинала Рәғиҙә Янбулатова шиғырына Хөсәйен Әхмәтов яҙған "Һаубуллашыу" көйөн, йәнә башҡа халыҡ көйҙәрен уйнағайным. Концерт бөткәс, залға үттем. Бер ҡырыйҙараҡ баҫып торһам, эргәмә сибәр генә, һөйкөмлө апай килеп баҫты ла:
— Матур уйнайһың икән, һылыуым, рәхмәт һиңә, һәләтеңде йәшермә, — тине. Ул талантлы рәссам Ғәлиә Имашева булған. Шунан әңгәмәләшем Рәғиҙә Янбулатова, Арыҫлан Мөбәрәковтарҙы яратыуын, уларға ғашиҡ булыуын һөйләне. Һөйөклө ире Булат Имашев хаҡында ла йылы, һағышлы, тетрәндергес хәтирәләрҙе бәйән итте. Улдары Урал менән Рафаил, килендәре хаҡында ла ғорурланып һөйләне Ғәлиә апай.
Апай ҡымыҙ эсеп, тыныс ҡына ял итәһе урынға "Йоматау"ҙа ла сәхнә әҫәрҙәре ижад итте, портреттар эшләне. Аллея буйлап йөрөгәндә тәбиғәткә — ағастарға, үләндәргә, сәскәләргә, ҡоштар һайрауына — һоҡланды, уйланды, тәьҫирләнде...
Ҡайтыр ваҡыт еткәс, бик йылы хушлаштыҡ, иҫтәлеккә фотоға төштөк. Ул беҙҙе оҙата сыҡҡанда: "Ғүмер булһа, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың тыуған төйәген, Янғантауҙы күрге килә, бәлки, барып та сығырмын, Уралым йә Рафаилым алып барыр әле", — тип ҡалды.
1992 йылдың декабрендә Ғәлиә Имашева менән шул уҡ шифаханала йәнә күрешергә насип булды. Беҙҙе коридорҙа осратып, хатта ҡосаҡлап алды. Ҡайтырға йыйынып йөрөй икән. Аҡ полотноһын асып, "Йоматау"ҙа ижад иткән картиналарын күрһәтте. "Был эштәремдең тәүге тамашасылары — һеҙ, ҡәҙерле дуҫтарым", — тине Ғәлиә апай, моңһоу йылмайып.
Һуңғы осрашыуға тиҫтә йылға яҡын ваҡыт үтеп китте. Шуныһы үкенесле: Ғәлиә апай легендар батырҙың тыуған төйәген килеп күрә алманы.
Күренекле рәссам, һоҡланғыс ҡатын һәм әсә Ғәлиә Имашеваның автографлы китабын ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлайбыҙ.