Имен булһын донъялар14.03.2013
Фәрештә янып торған усаҡ эргәһенә килһә, бер йылан ут аша үтә алмай тора икән. Күтәреп алып сығырға тура килә.
— Йылан, йә, төш инде, ут аша сыҡтыҡ бит, — тигән, ти, фәрештә. Ләкин йылан уға яуап итеп:
— Тәүҙә мин һине сағам әле, шунан һуң ғына төшәм, — тигән.
Үткән быуатта йылан йылында булған хәлдәргә күҙәтеү яһағас, ошо легенда хәтергә килде. Ысынлап та, йылан йылында хатта донъя кимәлендә мөһим ваҡиғалар булып үткән:
1905 йыл — Рәсәйҙә буржуаз революция;
1917 йыл — Бөйөк Октябрь Социалистик Революцияһы;
1941 йыл — фашист Германияһы СССР-ға бәреп инде, Бөйөк Ватан һуғышы башланды;
1953 йыл — Генералиссимус И.В. Сталин үлде;
1965 йыл — АҠШ президенты Кеннедиҙы атып үлтерҙеләр;
1977 йыл — СССР-ҙа ҡот осҡос ҡоролоҡ булды;
1989 йыл — дәүләт түңкәрелеше башланды.
Илебеҙҙә һәм бөтә донъяла, юғарыла һанап кителгәндәрҙән тыш, йылан йылында күп төрлө хәлдәр, ваҡиғалар, фажиғәләр булып үтте. Ләкин быйылғы “йылан”ға ыңғай күренештәр юлдаш булыр тип ышанғы килә, сөнки йыл иҫәбендә "13" һаны бар. Ә мосолман донъяһында был һан изге һанала, сөнки илаһи Пәйғәмбәребеҙ ошо йылда тыуған. Тимәк, тормошобоҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер, эштәребеҙ уңыштар менән шатландырыр, ғаиләләребеҙҙә татыулыҡ хөкөм һөрөр, мөхәббәт хистәре балҡып һөйөндөрөр.
Хәбәремде бер легенда тураһында һөйләп башлағайным. Ул былай бөтә: фәрештә ҡуйынындағы йылан сағам тип ыҫылдап торғанда бесәй килеп сыға һәм, тырнаҡтарын батырып, яуызды ергә һөйрәп төшөрә. Шулай итеп, легенда имен-аман тамамлана. Иншалла, әлеге йылан йылы ла хәүеф- хәтәрҙәрһеҙ үтер. Амин!