Ҡул һелтәп ҡуймайыҡ14.03.2013
(В. Исхаҡов, "Миҙалдың икенсе яғы", 2013 йыл, 25 ғинуар)
Мәҡәләне уҡығас, уй-хәтирәләргә бирелдем. Нисек инде Хөкүмәт тарафынан балалар өсөн бирелгән пособиены хәмергә генә тотонорға мөмкин? Быны мин әсәнең үҙ балаларына ҡарата енәйәт ҡылыуына тиңләйем.

Туғандарым, нәҫел-нәсәбем араһында күп балалы әсәләр элек тә булған, хәҙер ҙә бар. Мин үҙем дә ҙур ғаиләлә үҫтем. Беҙҙең бала саҡ һуғыш осорона, унан һуңғы ауыр йылдарға тура килде. Ул заманда балаларға бер ниндәй пособие ла, әсәлек капиталы ла юҡ ине. Шуға ҡарамаҫтан, Ғафури районының Ташаҫты ауылынан атайым Шәрифулла менән инәйем Вәүизә, аҙыҡ-түлек, йүнле кейем булмағанда ла, беҙгә тейешле тәрбиә, белем бирергә мөмкинлек тапҡан.
Оло апайым Зөләйха Аҡташ ауылынан Миһран Ҡәнзәфәров менән туғыҙ балаға йән бирҙе, уларҙы тәрбиәләп, уҡытып, тормош юлына баҫтырҙы. Еҙнә, Ватан һуғышында бер аяғын ҡалдырып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, һөйөклө балаларына өлгөлө атай булды. Ул ғүмеренең һуңғы көндәренә ҡәҙәр район ҡулланыусылар йәмғиәтендә һатыусы булып эшләне. Ә Зөләйха апайым колхоз эшендә алдынғылар иҫәбендә йөрөнө. Мин уларҙың эскелек менән мауығыуын хәтерләмәйем. Балалары ла тәртипле, эшһөйәр булып үҫте.
Ҡауарҙы ауылынан оло ҡыҙҙары Земфира ире Флүр менән алты бала бағып, оло тормош юлына сығарҙы. Улар күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрай, умарта тота. Земфира, пенсияға сыҡҡас, дин нәсихәттәрен үҙаллы өйрәнеп, иман юлына баҫты.
Аҡташ ауылында йәшәгән төпсөк улдары Хәлилдең ғаиләһендә лә биш бала үҫә. Уның ҡатыны Рәсимә "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булды. Әсәлек капиталын балаларын уҡытыуға, өй төҙөү эштәренә киткән сығымдарын ҡаплауға файҙаландылар. Улар ҙа иркен йәшәй, бәрәңге, йәшелсә үҫтереп һаталар, хатта еңел машина алдылар.
Йомғаҡлап шуны әйтке килә: эскән әсәләргә ҡул һелтәп ҡуйырға ярамай. Уларҙы тәрбиәләйек, алама юлдан йолоп ҡалыу өсөн көсөбөҙҙө ҡыҙғанмайыҡ.


Вернуться назад