Һәр яҙма иғтибарға лайыҡ14.03.2013
Редакцияға килгән һәр хатты күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышабыҙ. Тәнҡит мәҡәләләре буйынса ҡайһы бер хаттарҙы хәбәрселәребеҙ райондарға сығып тикшерә, икенселәре хәл итеү өсөн урындағы етәкселәргә ебәрелә.

Үткән айҙа ла төрлө эстәлекле хаттар булды. Мәҫәлән, Архангел районының Аҙау ауылы аҡһаҡалдары: “Район хакимиәте аппараты ҡыҫҡартылмаһа ла, милли мәктәптәрҙе “ҡыҫыу” бара. Күпселекте аҫаба халыҡ тәшкил иткән районда йәшәйбеҙ, әммә һорауҙарға, үтенестәргә үҙебеҙ һайлаған депутаттар яуап бирә алмай”, – тип әсенеп яҙа. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Гөлсөм Ғафарова гәзитте яратып уҡыуы хаҡында бәйән итә. “1964 йылдан алдырам. Аҡса бөтөп киткән саҡта ла, бурысҡа инеп булһа ла, яҙылып ҡуям. Һуңғы ваҡытта баҫманың йөкмәткеһе яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе, төрлө мауыҡтырғыс рубрикалар барлыҡҡа килде. Сканворд сыға башлағас, бигерәк тә шатландым, гәзитте алыу менән уны сисергә тотонам. Һирәк ҡулланылған йәки онотолған һүҙҙәрҙе белеүемә шатланам. Башҡорт теленең иҫ киткес байлығына һәм матурлығына һоҡланам”, – тип яҙа ул.
Егәрле авторҙарыбыҙ Марсель Ҡотлоғәлләмов, Мәхмүт Хужин, Самат Ғәлиуллин донъялағы, илдәге сәйәси ваҡиғалар, социаль-иҡтисади мәсьәләләр хаҡында үҙҙәренең уй-ҡараштары менән даими уртаҡлашып торҙо. Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Әжәлгә дарыумы ҡымыҙ?” тигән яҙмаһы гәзит уҡыусыларҙы уйға һалғандыр, моғайын.
Йәнә Рәшит Шәкүр, Рамазан Ҡотошев, Ризван Хажиев, Рафаэль Аҙнағолов, Фәнзил Санъяров, Фәрит Вахитов, Ләлә Бейешева, Тәнзилә Кейекбаева, Гөлфирә Ғәскәрова, Ғәлимә Ғәлиева, Зөһрә Бәшәрова, Зилә Ғәббәсова, Рим Исхаҡов, Юнир Салауатов, Рәшит Үтәев, Рияз Мәсәлимов, Әнүәр Сөләймәнов, Урал Мостафиндың хаттары даими баҫылды.
Киләсәктә лә һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ. Уҡытыусылар араһында тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булараҡ барлыҡҡа килгән “Асыҡ дәрес”, яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың фекерен еткергән “Әҙип һүҙе” рубрикаларын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы уңайынан гәзитебеҙ республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә иғлан иткән “Башҡортостан – ғәзиз ерем” конкурсы бара. Оҫта ҡуллы замандаштарыбыҙ хаҡында яҙмаларҙы “Һөнәрмән” конкурсына тәҡдим итә алаһығыҙ.


Вернуться назад