Эх, хозур тәбиғәт, һоҡланып туймаҫлыҡ!14.03.2013
Эх, хозур тәбиғәт, һоҡланып туймаҫлыҡ!Һуңғы һалҡындар. Көндөҙ ҡояш нурҙарынан күҙ сағыла, ҡар өҫтө йылынып, селтәр-селтәр биҙәк һалына. Кис тағы һыуыта — ҡыш тиҙ генә бирешергә теләмәй. Бигерәк тә тау буйында, йылға үҙәндәрендә. Әйтерһең, үҙе тураһында “Зәһәр булды быйыл һалҡындар” тигән хәтирә ҡалдырырға тырыша.
Фотохәбәрсебеҙ Владимир Карабанов, нәҡ ошо мәлде эләктереп, көндәрҙе оҙайтып, төндәрҙе ҡыҫҡарта барған мартҡа килтереп еткерә. Миҙгелдең нисәлер секундлыҡ бер күренешен тотоп, күңел тырызына матур бер табыш итеп һала. Яңы рубриканы уның Бөрйән районында төшөрөлгән пейзаждар серияһы аса. Эх, хозур тәбиғәт, һоҡланып туймаҫлыҡ!
Хөрмәтле уҡыусылар, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы айҡанлы һеҙҙән дә тәбиғәт һулышы, кешеләр тураһында төрлө һүрәттәр көтәбеҙ. Иң уңышлылары “Миҙгелдең бер мәле” рубрикаһында донъя күрәсәк.


Вернуться назад