Горький ауыл Советы биләмәһендәге Илек ауылында заманса моделле китапхана асылды.
Иҫәбе буйынса республикала ул – 115-се, районда 4-се булып тора. Китапхана фондында 14 600 дана баҫма һаҡлана, йыл һайын 15-ләгән гәзит-журнал яҙҙырыла. Уҡыусылар һаны 550-гә еткән.
Бинаны ҡулайлаштырыу һәм ремонтлау, йылылыҡ системаһын реконструкциялау, ойоштороу техникаһы һатып алыу өсөн район ҡаҙнаһынан 500 мең һумдан ашыу аҡса бүленгән.
"Авангард", Кушнаренко районы.