Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәйҙә дүртенсе урынды биләй. Шуға ла XXIII Халыҡ-ара махсуслаштырылған "АгроКомплекс" күргәҙмәһенең тап беҙҙә үтеүе юҡҡа түгел. 12 марттан 15 мартҡа тиклем үтәсәк сарала Рәсәйҙең 19 төбәгенән 200 компания ҡатнаша. Бынан тыш, Ҡытай, Германия, Һиндостан, Украина, Белорусь вәкилдәре лә бар. Башҡортостан етештереүселәре иһә күргәҙмәнең һәр бүлегендә үҙ тауары менән сығыш яһай.
Быйылғы күргәҙмәгә килеүселәр "Өфө-Арена" боҙ һарайы майҙанында ауыл хужалығы техникаһының яңы өлгөләре, уларға запас частар, төрлө ҡоролмалар, мал аҙығы, ветеринар препараттар менән таныша ала. Элиталы орлоҡ, минераль ашламалар һатып алыусыларға ла бында мөмкинселек бар.
Мәртәбәле сараны республиканың Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән берлектә ойоштора.
– Бөгөнгө күргәҙмә аграрийҙар өсөн айырыуса әһәмиәтле, сөнки алда беҙҙе яҙғы баҫыу эштәре көтә. Бында ауыл хужалығы техникаһының яңы өлгөләре, заманса технологиялар менән яҡындан танышырға була, кәрәк икән, етештереүселәр менән урында уҡ килешеүҙәр төҙөргә мөмкин, – тине ауыл хужалығы министры Николай Коваленко.
Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға шулай уҡ һөт етештереүселәр, ветеринар, үҫемлекселеккә арналған айырым бүлектәр оҡшар, моғайын. Бынан тыш, быйылғы сарала махсус "Агроферма" бүлеге лә эшләй. Благовар, Өфө, Күгәрсен, Шаран, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Дүртөйлө райондарының ауыл хужалығы йәмғиәттәре үрсеткән өйрәк, ҡаҙ, һарыҡ, кәзә, шәшке, аҡ төлкө, бүҙәнә, ҡырғауыл менән таныша ала.
Урал СОЛТАНБАЕВ, "Урал-Тау" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ауыл хужалығы предприятиеһы технологы, Дыуан районы:– Күргәҙмәгә 15 төр колбаса, шашлыҡ алып килдек. Халыҡ тәмләп-ашап ҡараны, былай күптәргә хуш килде, һатып та алдылар. Бынан тыш, бер нисә килешеү ҙә төҙөлдө, тимәк, күргәҙмәлә ҡатнашыуҙың файҙаһы булды.