Кәштәлә араҡы юҡ13.03.2013
Башҡортостанда “Айыҡ ауыл-2013” конкурсы иғлан ителде.
Сараға махсус ҡунаҡ сифатында Мәскәүҙән Урыҫ православие сиркәүе ҡарамағындағы Эскелек хәүефенән һаҡлау буйынса сиркәү-йәмәғәт советы рәйестәше, “Халыҡтың айыҡлығы өсөн көрәш союзы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, “Айыҡ Рәсәй” федераль проектының рәйестәше Владимир Жданов килде.
“Айыҡ ауыл” былтыр “Берҙәм Рәсәй” партияһы ярҙамы менән тормошҡа ашырыла башлаған ошондай уҡ исемле федераль проектҡа ярашлы уҙғарыла. Сараның төп маҡсаты — эскелекте кәметеү йәһәтенән йәмғиәт менән дәүләттең көсөн бергә туплау. Ошоға бәйле халыҡ өсөн профилактик лекция, семинар, дәрестәр уҙғарыла.
“Айыҡ ауыл” конкурсы Башҡортостанға күптән таныш. Уның проекты “Айыҡ Башҡортостан” төбәк йәмәғәт хәрәкәте конференцияһында эшләнгәйне. Төп идеяһы — ауыл халҡын айыҡ, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды эскелектән, тәмәкенән һәм наркотиктарҙан һаҡлау.
2011 йылда конкурста Башҡортостандың 41 районынан 99 ауыл ҡатнашҡан. Уларҙың барыһы ла — күп милләтле. 30-ҙан ашыу ауыл финалға үткән, ә 15-е төрлө номинацияла еңеп сыҡҡан. Өс ауыл конкурстың еңеүсеһе тип танылған һәм “Айыҡ ауыл” исемен алған. Был биләмәләрҙә магазин кәштәләрендә иҫерткес эсемлектәр юҡ, демографик хәл яҡшырған, енәйәтселек, яман ғәҙәттәр кәмегән, социаль бизнес үҫеш алған.