Тыуған яҡтың илһөйәре13.03.2013
Беҙҙең районда үҙенең таланты һәм аҡылы менән тыуған төбәген данлаған шәхестәр байтаҡ. Улар киләсәк быуын өсөн алға әйҙәүсе яҡты маяҡтай. Халыҡ мәғарифы үҫешенә, тыуған яҡты өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән хеҙмәт ветераны Рәйес Ҡорбанғолов — тап шундайҙарҙың береһе.
Яҡташтарының именлеге, яҡшы йәшәүе хаҡына көсөн дә, белемен дә йәлләмәгән педагог күптән түгел 80 йәшлек юбилейын билдәләне. БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы ул көндө яҡташтарының, уҡыусыларының бик күп ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итте. Тарих өсөн ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡ күңелендә яҡты эҙ ҡалдырыу бәхеттең үҙелер, моғайын.
Благовар районының Иҫке Усман ауылында тыуып үҫкән егет, Балышлы мәктәбен тамамлағас, Өфө театр училищеһында, Бөрө дәүләт педагогия институтында уҡый. Баймаҡ драма театрында бер аҙ эшләп ала.
Әммә тыуған яҡтың тәбиғәтеме, әллә инде егәрле кешеләреме, егетте үҙенә магниттай тарта ла тора. Уны комсомолдың район комитетына эшкә саҡыралар. Ойоштороу оҫталығын, дәртен, теләген күреп, бер аҙҙан райондың мәҙәниәт һарайы директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Рәйестең йәнә бер ижади һәләте асыла — журналистика өлкәһендә ҡыйыу аҙымдар яһай. Ә биш йылдан уны яңы хеҙмәт баҫҡысы көтә — райондың "Хеҙмәт байрағы" гәзитенә мөхәррир урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
Рәйес Ғәйнислам улының етәкселек оҫталығы айырыуса район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире вазифаһында эшләгәндә асыҡ сағылды. Ошо осорҙа мәктәптәрҙә башланғыс һөнәри әҙерлеккә һәм хеҙмәткә өйрәтеүгә ҙур иғтибар бирелә, дөйөм урта белем биреүгә күсеү башлана, уҡытыуҙың кабинет системаһы индерелә, компьютер кластары асыла. Мәғариф учреждениеларының матди базаһын нығытыу буйынса ҙур эш башҡарыла.
Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Языков урта мәктәбендә балаларға белем бирә ул. Хеҙмәттәштәре Рәйес Ҡорбанғоловтың кешеләр менән уртаҡ тел таба, ышандыра һәм тыңлата белеү оҫталығы хаҡында әле лә һоҡланып телгә ала.
Рәйес Ғәйнислам улы районда бик күп яҡшы эште башлап йөрөүсе булды. Тыуған яҡты өйрәнеүгә мөкиббән тотондо. "Благовар районы ауылдары тарихынан", "Йәш быуынға иҫтәлеккә", "Шәжәрә — тарих көҙгөһө", "Благовар ере: йылдар һәм кешеләр" тигән китаптары менән яҡташтарын һөйөндөрҙө. Үҙенең нәҫел тамырҙарын эҙләп табыуы менән дә ул хаҡлы ғорурлана ала. Баҡһаң, ағайыбыҙ халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Ҡәнзәфәр бей тоҡомонан икән.
Яҡташыбыҙҙың намыҫлы хеҙмәте юғары баһаланды — "Почет Билдәһе" ордены, миҙалдар менән бүләкләнде. Ғүмеренең иң көслө, дәртле сағын тыуған төбәген үҫтереүгә биргән Рәйес Ғәйнислам улы — ғаиләһе өсөн дә оло терәк. Хәләл ефете Флүрә ханым менән 55 йылдан ашыу татыу ғүмер кисереп, ҡыҙҙары Гүзәл менән улдары Илдарҙы оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Илдар Рәйес улы әле Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында трансплантология бүлексәһе мөдире булып эшләй, медицина фәндәре кандидаты, ә Гүзәл — Киров районының халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү үҙәгендә төп белгес. Ҡорбанғоловтар нәҫелдәрен дауам итеүсе ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй. Һис тә ҡул ҡаушырып ултырмайҙар, йәй етһә, йорт эштәренә баҡса, умартасылыҡ мәшәҡәттәре өҫтәлә. Бына шундай бик матур, күркәм, күптәргә өлгө булырлыҡ ғаилә йәшәй беҙҙең Благовар районында.