Бер һүрәткә бәйле оло тарих13.03.2013
Бер һүрәткә бәйле оло тарихАуылым иҫкә төшөү менән бик күп матур хәтирәләр, балалыҡ йылдары, мәктәп осоро күҙ алдынан үтә. Һоҡланғыс тәбиғәте, йәй көнө тәгәрәшеп бешкән ер еләге, мөлдөрәшеп ултырған ҡып-ҡыҙыл бөрлөгәне тулы ҡырҙары, мул һыулы Йүрүҙән йылғаһы, уң яҡ ярҙары буйлап һуҙылған бүлкәс-бүлкәс тауҙар теҙмәһе, алыҫтан күгәреп күренгән Ҡаратау урмандары… Оноторлоҡмо ни?

Тәбиғәттең хәтергә уйылған был гүзәллеген һанап бөткөһөҙ. Ә барыһынан да бигерәк уның халҡы — белем донъяһына алып ингән уҡытыусылар, бергә уйнап үҫкән дуҫтар, барыбыҙға күҙ-ҡолаҡ инәй һәм апайҙар гел генә күңел түрендә. Һуғыш йылдары балалары йөрәгендә һаҡланған ауыр хәтирәләр ҙә хәтһеҙ. Ләкин күрелгән яфалар бөтә ил өҫтөнә килгән хафа эҙемтәһе булғанлыҡтан, ниндәйҙер сабырлыҡ, түҙемлек менән кисерелгәндер, күрәһең. Ауыл — күңелгә бик яҡын, ғәзиз төбәк, ҡыйынлыҡтар килгәндә — таяныс, һыйыныр ер ул.
Элекке фотоларҙы ҡарап ултырғанда тарихи фото килеп сыҡты. Мәктәптәге ата-әсәләр йыйылышынан бер күренеш ул (Салауат районының Арҡауыл ауылы). Уң яҡтан беренсе булып ултырған, кейеме, әллә ҡиәфәте менәнме, ХIХ быуат декабристарын хәтерләткән өлкән йәштәге уҡытыусы Еникеев Мәхмүт абый (уны бар кеше фәҡәт Мәхмүт абый тип йөрөттө) — беҙҙең ғаилә балаларының барыһын да уҡытҡан кеше. Уның ғаиләһе лә ауылыбыҙҙа өлгөлө булды: Йүрүҙән йылғаһы буйындағы тау башында матур итеп йыйыштырылған йорт-ҡура, һәр төрлө емеш ағастары менән тулы йәм-йәшел баҡса, бер нисә баш умартаһы ла бар. Йәй көнө бал айыртҡанда, хөрмәтле ағайыбыҙҙың ауыл балаларын йыйып һыйлағаны хәтерҙә. Бигерәк тә уларҙың күп балалы ғаиләһе, һомғол, төҫкә-башҡа сибәр Гөлкәй, Нәсимә исемле ҡыҙҙары әле һаман күҙ алдында.
Нәсимә апай ҙа уҡытыусы һөнәрен һайланы. Уның ҡыҙы Зилә Сөнғәтуллина — танылған йырсы, Ҡазан консерваторияһы профессоры, бик күп талантлы йырсылар әҙерләгән күренекле педагог булып танылды. Мәхмүт ағайҙың янында, шинель кейеп, атайым Ғәфүр Ғилманов ултыра. Уның, күрәһең, фин һуғышынан ҡайтҡан сағы булғандыр. Атайымдың уң яғында — кендек инәйем Латифа Хисбуллина. Ҡатындарҙың барыһы ла яулыҡ ябынған. Тик аҡ күлдәк кейеп алда ултырған Фәхрибаныу әбей генә яулыҡһыҙ. Ул — Мәхмүт абыйҙың ҡатыны. Ә арттағы ишектә ниндәйҙер ҙур исемлек һәм “Да здравствует великая социалистическая Родина!” тигән плакат күренә. Был фото Бөйөк Ватан һуғышына тиклем төшөрөлгән, сөнки атайым һуғыш башланыу менән фронтҡа киткән.
Бына ошо фото — минең өсөн бик ҡәҙерле бер иҫтәлек. Үҙе генә лә ҙур тарих. Ә плакаттағы һүҙҙәр! Шул заман кешеһенең ысынлап инанған, үҙ иленең бөйөклөгөнә һис шикләнмәгән берҙәм халыҡтың лозунгыһы бит ул. Фотолағы ирҙәрҙең барыһы ла (Мәхмүт ағай ғына оло йәштә булып ҡала) һуғышҡа китеп, фашистар менән батырҙарса һуғышып, яу яланында башын һала. Ә ҡатындар? Улар барыһы ла һуғыш башланғас, ирҙәр урынына ҡалды, бөтә ауыр эштәрҙе атҡарҙы. Колхоздар ойошҡан яңы заманда ауыл хужалығы техникаһы юҡ тиерлек, ашлыҡ сәсеү, урыу-һуғыу, бесән сабыу, уны йыйып өйөү, ҡураларға ташыу кеүек һәр эш ҡул менән башҡарыла. Беҙ, бала-саға ла, хәлдән килгән барлыҡ эштәрҙә булышабыҙ. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа 11–12 йәшлектәр иген баҫыуҙарында сүп үләне утау, бесән йыйыу, ашлыҡ елгәреү эштәренә йөрөй башланы. Шулай итеп, һуғыш килтергән аслыҡ-яланғаслыҡ, етемлеккә ҡарамайынса, ауыр йылдарҙа әсәйҙәрҙең ярҙамсыһы булып, ҡул араһына инә башланыҡ. Ҡәҙерле тыуған еребеҙҙе һаҡлауҙа, ауылыбыҙҙы бөтөрмәүҙә һәр беребеҙҙең аҙмы-күпме өлөшө бар, әлбиттә.
Нисек кенә булмаһын, ауыл — кеше өсөн иң тәбиғи, иң ғәзиз мөхит. Уның өҫтөнлөктәре бик күп. Ғөмүмән, кеше ауыл ерендә йәшәргә тейеш. Үҙ хужалығың булһа, эркелеп малың йөрөһә, балаларың бәпкә үлән өҫтөндә ялан аяҡ уйнап, саф һауа һулап, үҙ ризығын ашап үҫһә, йән рәхәте лә баһа!
Ә халҡы һуң! Ауыл кешеһе ярҙамсыл, бер-береһенең хәленә кереүсән. Оло йәштәгеләрҙе туғандары ла, туған булмағандары ла ярҙамынан ташламаҫҡа тырыша. Эҙләй китһәң, күбеһенең нәҫел тамырҙары ла уртаҡ булып сыға. Йәшәгән ауылдарын да кемеһенеңдер бер алыҫ туғаны нигеҙләгән. Зыяратта быуын-быуын нәҫел-ырыуҙары ерләнгән. Тимәк, ауылдарҙы бөтөрөү, мәктәптәрен, почта бүлексәләрен, дауаханаларын ябыу, хужалыҡтарҙы тарҡатыу, халыҡты сараһыҙ итеү — ҙур хилафлыҡ!
Булған ауылдарҙы бөтөрөү түгел, яңыларын булдырыр заман да бит… Тик әлегә йышыраҡ үкенесле хәлдәрҙе генә ишетергә тура килә шул.


Вернуться назад