Йыш ҡына ир-егеттәр бала ҡарауҙан ситләшеп, үҙ иңенә ғаиләне туйындырыу бурысын ғына ала. Был, әлбиттә, дөрөҫ түгел. Атайлыҡ хистәрен уятып, хәлде тамырынан үҙгәртергә мөмкин.
Ҡатыны йөклө саҡта ире уны табипҡа йәки буласаҡ әсәйҙәр өсөн курстарға оҙата барһа, бик тә яҡшы.
Баланы әсә ҡарарға тейеш тип, атайҙы ситкә этәрергә ярамай, уға ышаныс күрһәтеү зарур. Атай сабыйын йыуындыра, эштән һуң уның менән саф һауала йөрөй, йоҡларға ятҡанда китап уҡый йәки әкиәт һөйләй ала. Ул балаһы менән мөмкин тиклем күберәк аралашырға тейеш.
Ҡайһы саҡта атай менән сабыйҙы икәүһен генә ҡалдырырға кәңәш ителә. Был ир-атҡа уның көндәлек тормошон аңларға, ғәзизе хаҡында хәстәрлек күрергә өйрәнергә, иң мөһиме — балаға яҡынайырға, ғүмере өсөн яуаплылыҡ кисерергә булырға ярҙам итәсәк.