Тармаҡ заманға яраҡлашырға тейеш12.03.2013
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышында былтырғы эштәргә йомғаҡ яһалды, тармаҡҡа ҡағылышлы проблемалар тикшерелде. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ҡатнашты.
Сарала билдәләнеүенсә, республикала бюджет өлкәһендәгеләрҙең эш хаҡын күтәреү буйынса даими хәстәрлек күрелә. Мәҫәлән, былтыр 1 июлдән дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙа эшләүселәрҙең оклады 14 процентҡа артҡан. Әммә бөгөнгө хәл сик түгел: күҙаллауҙар буйынса, Башҡортостанда 2018 йылға тиклем бюджет өлкәһендәгеләрҙең эш хаҡы, инфляция кимәлен иҫәпкә алып, уртаса 38 774 мең һумға етергә тейеш.
Һуңғы тиҫтә йылда илебеҙҙә уртаса килемле ҡәҙимге ғаиләләрҙең ихтыяж һәм мөмкинлектәргә ҡарашының тамырҙан үҙгәреүен инҡар итеп булмай: әле бер нисә йыл элек кенә нисек тә булһа осто-осҡа ялғап йәшәү хаҡында һүҙ барһа, хәҙер иһә талап-теләктәр бөтөнләй икенсе. Тимәк, халыҡҡа социаль хеҙмәттәр күрһәтеү проблемаһы ла заманға ярашлы хәл ителергә тейеш. Ошоға бәйле Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова:
– Социаль хеҙмәт күрһәтеүсе ойошмаларҙың эше кешенең матди хәленә ҡарап бүленергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай бүленеш ил кимәлендә лә аныҡ ҡына хәл ителмәгән. Нисек кенә булмаһын, бөгөн айына 10 мең һумлыҡ килемгә эйә кеше менән 50 мең һум алғанға айырым социаль хеҙмәт күрһәтеү хаҡында һүҙ ҡуҙғатып булмай. Эйе, уларҙың икеһенә лә социаль хеҙмәт күрһәтелергә тейеш, тик төрлө шарттарға таянып. Әммә әлегә социаль тармаҡ бындай төрлөлөккә әҙер түгел, – тине.
Ведомство инвалидтарҙың тормош сифатын яҡшыртыу йәһәтенән дә байтаҡ эш башҡармаҡсы. Мәҫәлән, быйыл мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә 276 эш урыны булдырыласаҡ. Бының өсөн субсидия бүлеү механизмы эшләнгән.
– Бер эш урыны булдырған өсөн предприятиеға 66,2 мең һум субсидия биреү ҡаралған, ә баш тартҡан осраҡта 10 мең һум штраф түләргә тура киләсәк, – тине хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Дөйөм алғанда, быйыл Башҡортостанда тармаҡ ихтыяжына 14,9 миллиард һум аҡса бүленәсәк.