Беҙгә балалар кәрәк!12.03.2013
Беҙгә балалар кәрәк!Әлегә был урын картала ла билдәләнмәгән. Баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһы эргәһендә ике йылдан Европа һәм донъя кимәленән һис тә кәм булмаған перинаталь үҙәк ҡалҡып сығасаҡ. “Әсә һәм бала” клиникалар селтәренә ҡараған бинаны бөгөндән төҙөй башлаясаҡтар. Уның нигеҙенә тәүге ташты Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һалды.

Сара матур тантана төҫөн алды. Тирә-яҡҡа йыр-моң яңғырап торҙо, сәхнә шарҙар менән биҙәлгәйне. Шатланмаҫлыҡ та түгел шул: оҙаҡламай бында меңдәргә ғүмер бүләк итәсәктәр бит.
— Эш аҙнаһын мөһим һәм ҡыуаныслы ваҡиға менән башлайбыҙ — заманса клиникаға нигеҙ һалабыҙ, — тине Президент. — Ул беҙгә бик кәрәк. Республикала тыуым арта башланы, былтыр ғына 60 мең самаһы бала тыуҙы. Күрһәткестәрҙе артабан үҫтереү өсөн тырышабыҙ.
Тантанала “Әсә һәм бала” компаниялар төркөмөнөң директорҙар советы рәйесе Марк Курцер ҙа ҡатнашты.
— Башҡортостанда бик уңайлы инвестиция мөхите булдырылған. Инвесторҙар менән осрашып, Өфөлә үҙәк булдырыу тураһында һөйләшкәндә, был ниәт менән бөтәһе лә бер тауыштан ризалашты, — тине ул. — Проектты тормошҡа ашырғас, бында йылына 3,5 мең бала тыуҙырырлыҡ заманса үҙәк буласаҡ. Ул йылына 15 мең кешегә медицина ярҙамы күрһәтәсәк.
Әлегә буш майҙанда буласаҡ перинаталь үҙәктең макеттары ла ҡуйылғайны. Уның дөйөм майҙаны 32 мең квадрат метр тәшкил итә. 95 урынға тәғәйенләнгән клиникала бала табыу йорто, етлекмәй тыуған балаларҙы ҡарау, гинекология бүлексәләре, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн консультация поликлиникаһы, балалар поликлиникаһы, лаборатория-диагностика бүлексәһе, ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте һәм башҡалар урынлашасаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 3 миллиард һум самаһы аҡса тотоноу күҙаллана.
“Әсә һәм бала” клиникалары әле илдең баш ҡалаһында һәм Мәскәү яны төбәгендә генә бар. Екатеринбургта һәм Түбәнге Новгородта ла эшмәкәрлек йәйелдермәкселәр.
— Бөтә йәштәргә мөрәжәғәт итеп, шуны әйткем килә: беҙгә балалар кәрәк. Бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ, һәр хәлдә ярҙам буласаҡ. Балалар күберәк тыуһын! — тип тамамланы осрашыуҙы Рөстәм Хәмитов.


Вернуться назад