Иғтибар үҙәгендә – Илеш районы12.03.2013
Иғтибар үҙәгендә – Илеш районыИлдар МОСТАФИН: “Һәр тарафта ыңғай үҙгәреш тойола”

... Тыуған ерен яратып, үҙ төйәге йәмлерәк булһын өсөн ал-ял белмәй эшләгән уңған, бөтмөр һәм булдыҡлы кешеләр көн итә Илештә. Шуғалыр ҙа был төбәк йылдан-йыл төҙөкләнә һәм матурлана бара. Район ауылдарындағы халыҡ бик күркәм, ҡала фатирҙарынан һис ҡайтыш булмаған йорттарҙа, мул тормошта йәшәй. Һәм был күркәмлекте, муллыҡты илештәр үҙҙәре булдыра. Ҡасан барырға тура килһә лә, бында һәр тарафта, һәр тармаҡта яҡшы үҙгәрештәр күреп, һәйбәт яңылыҡтар ишетәһең. Район хакимиәте башлығы Илдар Иршат улы МОСТАФИН менән әңгәмәбеҙ ҙә ошо юҫыҡта ҡоролдо.

— Урындағы иҡтисадтың төп тармағы – ауыл хужалығында ниндәй үҙгәрештәр бар?
— Үҫемлекселеккә килгәндә, районыбыҙҙың ете хужалығы орлоҡсолоҡ менән ярайһы уҡ әүҙем шөғөлләнде, былтыр улар 5700 тонна юғары сифатлы орлоҡ етештерҙе. Бойҙайҙың “экадо-109”, “шишмә-229” тигән яңы сорттарын үҙләштереү дауам итә. Ауыл хужалығы культураларын эшкәртеүҙә перспективалы технологиялар ҡулланылды. Һуңғы ике йылда ҡәҙимге ашламаларға ҡарағанда һөҙөмтәлерәк иҫәпләнгән яңы төрҙәре файҙаланылды. Быйыл барлығы 60 төр яңы өмөтлө орлоҡ сәсергә йыйынабыҙ. Әле “Баҫыу көнө-2013” республика семинары уҙғарырға әҙерләнәбеҙ. Малсылыҡ тармағында ла матур күренештәр бар. Тоҡомсолоҡ фермалары былтыр 349 баш быҙау һатты. Район хужалыҡтары 603 баш тоҡомло быҙау, тана һәм үгеҙ малы һатып алды.
— Техника менән тәьмин ителеү йәһәтенән хәлдәр нисек?
Иғтибар үҙәгендә – Илеш районы— Хужалыҡтар техника паркын яңыртыуға иғтибарҙы көсәйтте. Былтыр был маҡсатҡа барлығы 145 миллион һум аҡса тотонолдо. 19 трактор, 23 сәскес һәм байтаҡ башҡа ҡорамал һатып алынды.
— Тотош илдә шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә етди иғтибар бирелә...
— Беҙҙең районыбыҙҙа ла шулай. Әле Илештә 959 бәләкәй һәм урта эшҡыуар теркәлгән. Бөгөн улар эшмәкәрлек йәйелдермәгән тармаҡ юҡ, тип әйтеү хата булмаҫ.
— Торлаҡ төҙөлөшө хаҡында ла әйтеп китһәгеҙ ине.
— Уҙған йылда 15633 квадрат метр торлаҡ төҙөлдө, 190 ғаилә үҙ өйөн һалып керҙе.
— Оло йәштәгеләр хаҡында хәстәрлек күреләме?
— Әлбиттә. Өлкән быуын вәкилдәрен, аҙ тәьмин ителгән кешеләрҙе, зәғифтәрҙе ҡайғыртыу Илештә элек-электән мөһим мәсьәләләрҙең береһе тип һанала килә. “Өсөнсө быуын халҡы университеты” тигән маҡсатлы программа сиктәрендә 175 кеше махсус курстар үтте, уларҙың “Компьютер белеме нигеҙҙәрен”, “Шәхси гигиена, дауалау физкультураһы нигеҙҙәрен”, “Хоҡуҡи белем”де өйрәнде.
— Хәҙер халыҡты социаль хеҙмәтләндереү киң йәйелдерелгән...
— Районыбыҙҙағы халыҡты социаль хеҙмәтләндереүҙең комплекслы үҙәге 542 кешене ҡарай. 60 социаль хеҙмәткәр 464 клиентҡа өйҙәренә барып ярҙамлаша. Бынан тыш, Ишҡарҙағы оло йәштәгеләр йортонда – 27 кеше, Исәмәттәге балалар һәм үҫмерҙәр йортонда 26 бала тәрбиәләнә.
— Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яңылыҡтар бармы?
— Үҙәк район дауаханаһының йылылыҡ селтәрҙәренә капиталь ремонт үткәрелде. Яңы “Ашығыс ярҙам” машинаһы һәм ауырыуҙарҙы табиптарға Интернет аша яҙыу мөмкинлеге биргән компьютер техникаһы һатып алынды. Медицина учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә ыңғай йүнәлеш алды. Районыбыҙға килгән 10 йәш табиптың һәр ҡайһыһына 1-әр миллион һум аҡса түләнде, дүртәүһенә район хакимиәте фатир бирҙе.
— Илештәр шәп эшләй ҙә, күңелле ял да итә...
— Эйе, мәҙәни хеҙмәткәрҙәр халыҡтың буш ваҡытын файҙалы һәм күңелле итеп ойоштороуға күп көс һала. Әле район мәҙәниәт йортон үҙгәртеп ҡороу һәм ремонтлау эштәре йәйелдерелгән. Былтыр иң иҫтәлекле мәҙәни сараларҙың береһе – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 90 йыл тулыуҙы билдәләү булды. Яҡташтарыбыҙ Санкт-Петербург ҡалаһында балалар һәм үҫмерҙәр араһындағы “Талант ҡанаттарында” тигән халыҡ-ара конкурс-фестивалдә Үрге Йәркәйҙең Т.Л. Рахманов исемендәге 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Данияр Баһмановтың “Халыҡ бейеүе” номинацияһында 1-се дәрәжә лауреаты булыуына ифрат шатланды. Әйткәндәй, үҫмер “Байыҡ” республика конкурсында беренсе урынға сыҡты. Дөмәй ауылы урта мәктәбе уҡыусыһы Илнар Шәрәфетдинов Санкт-Петербургтан “Вокал – соло” номинацияһында Гран-при яулап ҡайтты, Ҡазанда үткәрелгән “Татар моңо” телевизион конкурсының дипломанты булды.
“Тере хәтер һүрелмәй” проекты өсөн Бишҡурай ауылы китапханасыһы Рәфилә Ғилемханова Башҡортостан Президентының грантына лайыҡ булды һәм 100 мең һум аҡса менән бүләкләнде. Эльвира Миңлеғолова етәкселегендәге район мәҙәниәт йортоноң “Сағыл” халыҡ театры Стәрлебашта төбәк-ара конкурста икенсе урынды яуланы, ә Фәнис Яхин ир-егет ролен иң яҡшы башҡарыусы тип табылды. Шөкөр, илештәр, ысынлап та, бер тарафта ла һынатмай.

Иғтибар үҙәгендә – Илеш районыЙыл һайын яңы йорт ҡалҡа

Үрге Йәркәй ауылы урамдары күҙгә күренеп төҙөкләнә һәм матурлана. Быға 2009 йылда ойошторолған “Илеш” механизацияланған колоннаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә тос өлөш индерә.

Район үҙәгендәге бөлгөнлөккә төшкән колонна урынында барлыҡҡа килгән был йәмғиәт, нигеҙҙә, төҙөлөш һәм ремонт эштәре менән шөғөлләнә. Үрге Йәркәйҙә бынан 20 йыл элек асылған Муса Гәрәев музейы, ошо йәмғиәт тарафынан капиталь ремонт үткәрелгәндән һуң, өр-яңы төҫ алған – тыштан да, эстән дә ялтлап тора. Әле төҙөлөш эштәре ҡайнап торған физкультура-һауыҡтырыу комплексы бинаһы ла киләсәктә ауылдың үҙенсәлекле бер биҙәге булмаҡсы.
“Эшләй башлағандан алып йыл һайын бер йорт төҙөп файҙаланыуға тапшырҙыҡ, — ти йәмғиәт директоры Ришат Мәғәнәүиев. — Коммунист, Свердлов һәм Иғтибар үҙәгендә – Илеш районыМатросов исемендәге урамдарҙа өсәр ҡатлы, 24-әр фатирлы йорттар һалдыҡ. Ҡыҙылармеецтар урамында ике ҡатлы, һигеҙ фатирлы йорт төҙөнөк”. Йәшел, зәңгәр түбәле был кирбес йорттар, ҙур ауылға йәм өҫтәп, уны күркәмләндереп тора. Уларҙа фатир хаҡы ла бик ҡиммәт түгел – квадрат метры 22 мең һум. Ә һуңғы йорт – социаль төҙөлөш булған, унда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларҙың яҡындары йәшәй.
Бөгөн был төҙөлөш ойошмаһы Октябрҙең 50 йыллығы урамында тағы бер яңы йортҡа нигеҙ һалған. “Фатирҙың үҙҡиммәтен кәметеү маҡсатында сифатлы, әммә арзаныраҡ төҙөлөш материалы табырға тырышабыҙ, — ти Ришат Ғәвис улы. – Фундамент блоктарын – Дүртөйлө тимер-бетон изделиелары, кирбесте шул уҡ Иғтибар үҙәгендә – Илеш районырайондағы Әсән һәм үҙебеҙҙең районыбыҙҙағы Андреевка кирбес заводтарынан ҡайтарабыҙ, ишектәрҙе, түшәмдәрҙе һәм иҙәндәрҙе ҡаплау материалдарын Өфөнән, күмәртәләп һатыу итеүсе сауҙа нөктәләренән алабыҙ”.
Директор үҙе етәкләгән коллективтың иң тырыш, иң уңған хеҙмәткәрҙәрен — мастер Хәҙис Ғибәҙуллинды, ташсы Фәрит Батыргәрәевте, балта оҫталары Борис Әхмәтйәнов менән Рәзил Хафизовты ихлас телгә ала. Ә был яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә барлығы 27 кеше эшләй. Йылы миҙгелдә, эштең иң ҡыҙыу мәлендә, килешеү нигеҙендә тағы 10 – 15 кеше йәлеп ителә.
Әлбиттә, һәр предприятиеның уңыштары тәү сиратта етәксенең белем кимәленә, ойоштороу һәләтенә һәм булдыҡлылығына бәйле. “Илеш” етештереү механизацияланған колоннаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Ришат Мәғәнәүиев — үҙ һөнәрен “энәһенән-ебенә тиклем” белгән оҫта етәксе. Төҙөүсе булырға бала сағынан хыялланған. Мәктәптә уҡығанында уҡ каникул мәлдәрендә ферма төҙөлөштәрендә ярҙамлашып йөрөгән. Совет Армияһы сафында ла төҙөлөш батальонында хеҙмәт иткән. Артабан тыуған районында “Башсантехмонтаж”, “Газспецстрой” ойошмаларының Илеш филиалында прораб, мастер, баш инженер булып эшләгән. 2005 йылда газ үткәргестәр, ҡаҙанлыҡтар монтажлау менән шөғөлләнеүсе шәхси предприятие асҡан. “Илеш” етештереү механизацияланған колоннаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директоры итеп был предприятие асылған көндә тәғәйенләнгән. Шул ваҡыттан алып уның етәкселегендәге ҙур булмаған берҙәм коллектив яҡташтары өсөн ифрат ҙур, яҡшы эш башҡара.

Иғтибар үҙәгендә – Илеш районыУңғандарҙың эше ырай

Икмәктән оло аш юҡ. Шуға ла икмәк бешереүселәрҙең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Былар – дәлилләү талап ителмәгән хәҡиҡәт. Шөкөр, әлеге заманда төп аҙыҡҡа ҡытлыҡ кисермәйбеҙ. Уның ниндәйе генә юҡ хәҙер: ҡабарып торған ап-ағы, кеше һаулығын нығытырлыҡ ҡараһы, ҙуры, бәләкәйе, тумалағы, кирбес кеүеге...

Быларҙан тыш, күмәс, ҡалас, ҡабартма, төрлө ҙурлыҡтағы керәндилдәр, печенье, перәник һәм ондан бешерелгән башҡа ризыҡ магазиндарҙа кәштә тулы, төрҙәрен иҫәпләп-һанап бөтөрлөк түгел. Үрге Йәркәйҙә бынан йыл ярым самаһы элек эшләй башлаған “Илеш икмәге” муниципаль-унитар предприятиеһы ғына ла утыҙҙан ашыу төр икмәк аҙығы тәҡдим итә. “Районыбыҙ үҙәгендә беҙгә тиклем фәҡәт төп аҙыҡ бешереү менән генә шөғөлләнгән биш шәхси икмәкхана Иғтибар үҙәгендә – Илеш районыэшләй ине, — тип һөйләй “Илеш икмәге” директоры Рөстәм Әхмәтйәнов. – Ә ондан бешерелгән башҡа тәмле-татлы ризыҡ беҙгә башҡа ҡалаларҙан: күмәстәр — Өфөнән, ҡаластар — Дүртөйлөнән, керәндилдәр Октябрьскийҙан килтерелде”.
Яңы предприятие район хакимиәте башлығы Илдар Мостафиндың тәҡдиме буйынса ойошторола: “Илеш икмәге”нә быға тиклем күпмелер ваҡыт буш торған бина бирелә, бында капиталь ремонт үткәрелә. Рөстәм Хәйретдин улы Башҡортостан етәкселеге тарафынан күрһәтелгән ярҙамдың да ҙур булыуын билдәләй. Республика Хөкүмәтенең инвестициялары яңы икмәкхананы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу мөмкинлеге биргән. Бындағы ҡорамалдар, нигеҙҙә, Рәсәйҙә һәм Украинала сығарылған, Италияла етештерелгәндәре лә бар.
Бөгөн “Илеш икмәге”ндә 26 кеше эшләй. Ауыл ерендә махсус белемле оҫталарҙы табыу еңел түгеллеген иҫтә тотоп, Рөстәм Хәйретдин улы, оҙаҡ йылдар район ҡулланыусылар йәмғиәтенең икмәк комбинатында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Флүрә Йосопованы ярҙамға саҡырған. “Ул уңған, тырыш ҡыҙҙарҙы – Илиза Сәйетованы, Айгөл Хафизованы, Айһылыу Хәбибрахманованы, Илвира Әхмәтшинаны, Ольга Ғәбдикәеваны һәм башҡаларҙы – икмәк ризыҡтары бешереү кеүек бик кәрәкле һәм изге һөнәр серҙәренә өйрәтте”, — ти етәксе.
Күмәс, ҡабартма, керәндил, печенье, перәник һәм башҡа татлы ризыҡ бешереү өсөн шәп сифатлы ондо “Илеш икмәге”, нигеҙҙә, район үҙәгендәге элеваторҙан һәм Ишҡар ауылындағы тирмәндән, йәнә ҡайһы бер сауҙа нөктәләренән ала. Ә үҙе етештергән продукцияны Илеш, Дүртөйлө, Саҡмағош райондарында һата. Ҡулланыусыларға был предприятие бешергән ризыҡ-тәғәм ифрат оҡшай.

Иғтибар үҙәгендә – Илеш районыЗаман талап иткәнсә

Ғәҙәттә, үтә лә мөһим иҫәпләнгән мәсьәләләр ваҡыт уҙыу менән көнүҙәклеген юғалта төшә һәм, киреһенсә, ҡайһы берҙә әллә ҡасан онотолған күренештәр ҡайтанан әһәмиәтлегә әүерелә...

Республикабыҙҙағы бәғзе машина-техник станциялар ҙа шундайыраҡ яҙмышҡа дусар булды. Билдәле булыуынса, уларҙың төп тәғәйенләнеше – ауыл хужалығы предприятиеларына, айырыуса ҡырҙа эш ҡыҙған осорҙа — яҙғы сәсеү һәм ураҡ мәлендә баҫыуҙарға минераль ашлама индергәндә хужалыҡтарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү, уларҙы кәрәкле техника менән тәьмин итеү ине. “Хәҙер хәлле хужалыҡтарҙың үҙҙәрендә һәр төрлө техника етерлек, ә уны һатып алырға мөмкинлектәре булмағандарҙың МТС-тар менән иҫәпләшергә лә аҡсаһы юҡ”, – тигән фекер йөрөтә был хаҡта Үрге Йәркәйҙәге “Илеш” машина-техник Иғтибар үҙәгендә – Илеш районыстанцияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рәүис Зарипов.
Эшмәкәрлек даирәһе тарайғас, предприятие етәкселәре хужалыҡ итеүҙең яңы ысулдарын эҙләргә тотона. Ауылда тыуып үҫкән, крәҫтиән хеҙмәтенең асылын тәрән аңлаған тәжрибәле етәксе артабан һөҙөмтәле эшләү өсөн МТС ҡарамағына ер алырға ҡарар итә. 2005 йылда була был хәл. Тәүҙә предприятиеға 500 гектар ер бирелһә, хәҙер ул 7050 гектар тәшкил итә. “Ере барҙың еме бар”, тигәндәй, ерле булыу “Илеш” МТС-ы алдында яңы мөмкинлектәр аса. Асылда, йәмғиәт районда ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе иң ҡеүәтле предприятиеларҙың береһенә әүерелә. Төп йүнәлештәр, һәр ҡайҙағыса, үҫемлекселек һәм малсылыҡ. Ике тармаҡта ла эш ҡайнап тора. Былтыр барлығы 42,1 мең центнер иген, 10 мең центнер рапс үҫтергәндәр. “Ауыл хужалығы үҫемлектәренең — бойҙай, ҡуҙаҡлы һәм ярма культураларының элиталы орлоҡтарын етештереү буйынса орлоҡсолоҡ хужалығы статусы алдыҡ”, — ти Рәүис Ғәзизйән улы. Сағыштырмаса яңы йүнәлеш – рапс, бүҙәнә ҡуҙағы (сурепица) кеүек май бирә торған культуралар эшкәртеү буйынса махсуслашыу. Баҡтиһәң, хәҙерге заманда был культураларға иген баҙарында ихтыяж айырыуса ҙур икән.
Шул уҡ 2005 йылда “Илеш” МТС-ы малсылыҡ менән дә әүҙем шөғөлләнә башлай. Уның әле ике һөтсөлөк фермаһы бар. Береһе – район үҙәгенән 25 саҡрымда урынлашҡан Теләкәй ауылында, икенсеһе – унан 5 саҡрым ары Андреевкала. Уларҙа мең баш мал, шул иҫәптән 384 баш һауын һыйыры аҫрала. Теләкәй бүлексәһенә Рәүис Зариповтың бер туған ағаһы Хәмитйән Ғәзизйән улы етәкселек итә.
“Илеш” МТС-ы тәүгеләрҙән булып “500 ферма” программаһында ҡатнаша башлаған.
— Был хоҡуҡҡа эйә булыу маҡсатынан бизнес-план төҙөгәндә, беҙ һөтсөлөк фермаларын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән, етештереүсәнлек мәҙәниәтен күтәреүҙе, техниканы яңыртыуҙы, яҡшы тоҡомло мал һатып алыуҙы, малсыларға эш һәм ял шарттары булдырыуҙы күҙ уңында тоттоҡ, — тип һөйләй директор. – Тәү сиратта 200 баш мал һыйҙырышлы аҙбарға капиталь ремонт үткәрҙек. Туҙған шифер урынына профнастил түшәлде, пластик тәҙрәләр ҡуйылды, мал ашатыу өҫтәле урынлаштырылды, һыу эсереү ҡоролмаһы алмаштырылды, тиреҫ сығарыу өсөн транспортерҙар, махсус һөт үткәргес монтажланды, һарайҙа һәйбәт микроклимат булдырыу өсөн елләткестәр ҡоролдо. Ял бүлмәһендә евроремонт үткәрелде.
Быларҙан тыш, һыйыр аҙбары ҡаршыһында 3500 кубометр һыйҙырышлы силос-сенаж ҡоролмаһы төҙөлгән. Аҙбар менән әлеге ҡоролма араһындағы майҙанға бетон түшәлгән. Аҙыҡ таратыу уңайлыраҡ булһын өсөн, аҙбар артындағы майҙанға ла бетон һалынған. Быҙауҙар, башмаҡтар тотолған урындар төҙөкләндерелгән. Ферма эсендәге юлдарға ҡом һибелгән, тимер ҡойма менән уратып алынған биләмәләргә ағастар ултыртылған. Әлбиттә, “Илеш” МТС-ында техника ла йылдан-йыл яңыртыла бара. “Шарттар яҡшырғас, фермала эшләргә теләүселәр һаны артты”, — тип йомғаҡ яһай Рәүис Зарипов һәм ихлас күңелдән ауыл халҡына яңы мөмкинлектәр булдырған өсөн республика һәм район етәкселәренә рәхмәтен белдерә. Күренеүенсә, заман елдәре нисек кенә үҙгәрмәһен, дәртлеләр, уңғандар, дарманын табып, уңышлы эшләй.

Кемдең балығы эрерәк?

Һәр заман үҙ байрамдарын тыуҙыра. Уларҙың халыҡтың күңеленә хуш килгәндәре, йыл һайын ҡабатланып, матур йолаға әүерелә.

Шулай, бер нисә йыл элек Илеш районында Ватанды һаҡлаусылар көнөн үҙенсәлекле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойоштороу маҡсатынан тәүге тапҡыр балыҡсылар бәйгеһе үткәрәләр. Шунан ул матур йолаға әүерелеп киткән. Ғәҙәттә, Минеште йылғаһы ярына әйләнә-тирәләге Иҫәнбай, Теләкәй һәм башҡа ауыл халҡы йыйыла. Егет-елән, боҙҙо тишеп, мәке уя. Ярышта ҡатнашырға теләүселәр, ҡармаҡтарын, селәүсендәрен, табыштарын һалырға уңайлы һауыт алып, мәке эргәһендә урынлаша.
Кем күберәк балыҡ тотор? Кем иң эреһен эләктерер? “Балыҡсылар бәйгеһендә ир-ат ҡына түгел, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ла ҡатнаша”, – ти Теләкәй ауылынан Рәфис Зарипов. Еңеүселәр араһында кем генә булмай – иң тиҙ мәке уйыусы, иң шәп балыҡсы ҡатын-ҡыҙ һәм башҡалар – бөтәһе ун бишләп номинация.
Ҡағиҙә булараҡ, бәйгегә тамашасы ла күп йыйыла. Балыҡсылар мәкеләре эргәһендә мәшәҡәтләнгәндә, улар араһында ла төрлө ярыштар уҙғарыла: гер күтәрәләр, арҡан тарталар, ҡул көрәшендә ҡатнашалар…
Ниһайәт, балыҡсылар табыштарын тотҡас, жюри “иң-иң”дәрҙе асыҡлағас, еңеүселәргә, шул иҫәптән тамашасылар араһындағы ярыштарҙа ҡатнашыусыларға ла бүләктәр тапшырыла. Балыҡсылар бәйгеһе йыл һайын урындағы һәүәҫкәрҙәр тарафынан әҙерләнгән, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған матур концерт менән тамамлана.


Вернуться назад