Күңелдәрҙә ҡояш балҡытып...12.03.2013
Күңелдәрҙә ҡояш балҡытып...Яҙ һулышы бөркөлдө. Тәбиғәттең ошондай мәлендә күңелдә әйтеп аңлатып булмаҫтай хис-тойғолар урғыла, ошо уй-фекерҙәрең, әйтер һүҙҙәрең менән уртаҡлашҡы килә.

Тап шул ниәттән шағирәләр, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаттары Тамара Искәндәриә, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина, Гөлназ Ҡотоева шиғриәт һәм моң һөйөүселәрҙе баш ҡаланың “Нефтсе” мәҙәниәт һарайына осрашыуға йыйҙы.
Халыҡ ғәме, донъя хәстәре, тыуған ергә тоғролоҡ... Был көндә шағирәләребеҙҙең йөрәк ауазы күңелдәребеҙҙе дауаланы ла уйланырға, бәлки, һағалаған хәүеф-хәтәрҙән һаҡ булырға ла саҡырҙы кеүек. Зөлфиә Ханнанова “Һаумы әле, һаумы, Иҫке Хәлил!” тигән шиғырын уҡығанда залдағылар күҙ йәштәрен һөртөп ултырҙы.

“Беҙ үҫкәндә гөрләп торған ауыл,
Ни арала шулай ҡартайҙың?!
Иҫтән яҙып йығылырға тора
Кәртә-ҡуралары атайҙың?

Шағирәнең был һүҙҙәре күптәребеҙгә таныш. Илдә барған аңлайышһыҙ сәйәсәт ҡасандыр гөрләп торған ауылдарҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгәндәй тойола.

Йөрәгенә тотош иле һыйған.
Тамыр йәйгән үҙе еренә.
Күкрәк һөтө – ғәзиз балаһына,
Саф һөйөүе – һөйгән йәренә.
Әйтерһең дә, тоғро һалдат кеүек,
Ил ҡыҙында – илдең хәстәре.
Шуға уның йырлы ҡараштары,
Ә йөҙөндә – иле төҫтәре, –
тип ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы данланы Лариса Абдуллина.
Етәксе, шағирә, әсә… Майҙанға сығып, йәндәребеҙҙе һүҙ ҡөҙрәте менән имләгән гүзәл заттарыбыҙ – милләтебеҙ бишеген тирбәтеүсе бөйөк әсә лә. Һәр береһе бына тигән уландар-ҡыҙҙар бағып, күңеленә башҡорт моңон һеңдереп үҫтергән ханымдарға һоҡланмау мөмкин түгел ине. Шуға ла уларҙың күңеленән сыҡҡан һәр һүҙ түгелмәй-сәселмәй тулыһынса залдағылар йөрәгенә барып етте.
Әүәл-әүәлдән халҡыбыҙ һүҙ сәнғәте маһирҙарына үҙенә бер хөрмәт менән ҡараған, ололаған, уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалған, ижад емештәрен яттан белгән. Был юлы ла тамашаға халыҡтың эркелеп килеүе – шуға дәлил. Танһығы ҡанғансы шиғыр тыңланы, яратҡан шағирәләрен алҡыштарға, баҙрап торған гөлләмәләргә күмде улар. “Хәмзә” мәсете имамы Хәмзә хәҙрәт Ғәлләмов, ысын ир-егеттәрсә йомартлыҡ күрһәтеп, гүзәл заттарыбыҙҙың йыйынтыҡтарын нәшер итергә вәғәҙә бирҙе. Ә инде йырсылар Вахит Хызыров, Иҙел Нурғәлин, Гөлдәр Ишҡыуатова, Римма Амангилдина, Искәндәр Ғәзизов, Венера Юлгилдина шағирәләр һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙарҙы башҡарып, залдағыларҙың күңелен йәнә бер әсир итте.
Наҙлы шағирәләребеҙҙең наҙлы серенән һәр кемдең күңеле тағы ла үҫеп, йәнә балҡып китте.


Вернуться назад