Кеше ғүмерен миҙгелдәрҙән тора, тиҙәр. Ысынлап та, шулайҙыр. Һәр миҙгелдең үҙенә генә хас хозурлығы, йәме бар бит. Атайыбыҙ Рафиҡ Шәрәфетдин улы Сыртланов ғүмеренең алтын көҙө еткәс кенә баҡый донъяға күсте.
Шағир әйткәнсә, ай кеүек тыуып, ай кеүек тулып, йондоҙ кеүек атылды уның йәне. Иҫән булһа, уға ошо көндәрҙә 85 йәш тулыр ине. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп, үҙе сәскән орлоҡтарҙың емешен татып, әсәйебеҙ менән пар ҡанатлы булып йәшәйһе лә йәшәйһе ине лә бит...
Атайыбыҙ — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Көйөргәҙе районының Мораптал урта мәктәбендә 40 йылдан ашыу директор, һуңынан ябай уҡытыусы булып эшләгәндә лә ысын мәғәнәһендә халыҡ мөғәллиме булды. Ул үҙен мәктәп тормошонан тыш күҙ алдына ла килтерә алмай ине, хатта хаҡлы ялға сыҡҡас та, үҙ-үҙенә урын тапмай, өйҙәге тыныс йәшәүгә өйрәнә алмай хитланды.
Рафиҡ Шәрәфетдин улы республика, район гәзит-журналдарының штаттан тыш хәбәрсеһе булды, тормоштоң уртаһында ҡайнаны, илдәге оло ваҡиғаларҙан алып мәктәп балаһының бәләкәй һәм ҙур уңыштарына тиклем яҙҙы, берәй уҡыусының аяныслы яҙмышына ла битараф ҡалманы. Ҡәләме үткер, фекере төплө, заманса булды.
Тағы шуныһы: атайым йәмле Дим буйынан, ғүмере буйы Дим башҡорттарының һөйләшенә тоғро ҡалды, үҙенең Дәүләкәндең затлы нәҫеленән булыуына ғорурланып йәшәне.
Йәш егет Көйөргәҙе районына йүнәлтмә буйынса ебәрелгәс, Таймаҫ һәм Мораптал мәктәптәрендә директор булып эшләй. Аспирантура, министрлыҡҡа һәм башҡа яуаплы урындарға эшкә саҡырһалар ҙа, ҡырыҫ тәбиғәтле даланы, халҡын үҙ итеп яратып, ташлап китә алмай. Ул тәрбиәләгән уҡыусылар илдең төрлө тарафында — уңышлы белгестәр, араларында уҡытыусы һөнәрен һайлағандары ла бихисап.
Ауыл халҡы Рафиҡ Шәрәфетдин улын онотмай. Уға 80 йыл тулыуҙы билдәләп, хәтер кисәһе уҙғарҙылар. Ауылдың күркәм бер урамына уның исемен бирҙеләр. Уның яҡты иҫтәлеген мәңгеләштергәндәре өсөн ауыл халҡына оло рәхмәтебеҙҙе тағы бер тапҡыр еткерәбеҙ. Әлбиттә, яңы урам өр-яңы йорттар менән тулыланыр, атайыбыҙҙың исеме мәңге йәшәр.