Башҡортостан Президенты “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре” дәүләт унитар предприятиеһында булды. Республика етәксеһе предприятиеның эше менән танышты, ижади коллектив менән осрашты. Унда “Ағиҙел”дең проблемалары, халыҡ кәсептәре тармағын үҫтереү мәсьәләләре хаҡында һүҙ барҙы.
Хәҙерге башҡорт декоратив-биҙәү сәнғәтендә алдынғы предприятиелар иҫәбенә ингән “Ағиҙел” милли кейем өлгөләре, ағас һауыт-һаба, төҫлө таштарҙан паннолар, күҙҙең яуын алырлыҡ урын кәрәк-яраҡтары, геральдикалы әйберҙәр етештерә. Бында 190 кеше, нигеҙҙә ҡатын-ҡыҙ эшләй.
Президент етештереү цехтарында булды, оҫтабикәләрҙең эшен баһаланы, хатта панноға биҙәк яһаны. Производствоны ҡарап сыҡҡандан һуң Рөстәм Хәмитов
тәьҫораттары һәм предприятиены артабан үҫтереү йәһәтенән идеялары менән уртаҡлашты.
Төбәк башлығы әйтеүенсә, халыҡ ижады йолаларын һаҡлап ҡалыу буйынса “Ағиҙел” мөһим эш башҡара, әммә хәҙерге шарттарҙы иҫәпкә алырға, сит илдәрҙәге яҡшы тәжрибәне өйрәнергә, һатыу күләмен арттырырға кәрәк. Әле ойошмала 1970—1980 йылғы технологиялар файҙаланыла, шуға күрә производствоны яңыртыу зарурлығы бар.
— Предприятие заманса эшләһен ине. “Ағиҙел”дең ағас ҡалаҡтарын бала саҡтан уҡ күп ғаиләлә күреп үҫтем. Әле беҙ республиканы танытырлыҡ сәнғәт әйберҙәре хаҡында һүҙ алып барабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Бөгөн “Ағиҙел”гә яңы һулыш, йәш кадрҙар кәрәк. Быны оҫталар үҙҙәре лә таный. Ләкин йәштәр предприятиеға килергә атлығып тормай: эш хаҡы әллә ни күп түгел, дөйөм ятаҡ, балалар баҡсаһы юҡ. Өҫтәүенә йәш белгестәр ҙә аҙ: республикала бер генә мәғариф учреждениеһында ла халыҡ кәсептәре өлкәһендә оҫталар әҙерләү менән шөғөлләнмәйҙәр. Балалар баҡсаһына бәйле мәсьәләне республика Президенты Өфө ҡала хакимиәте башлығы менән берлектә хәл итергә, ә тармаҡта белемде күтәреү өсөн уҡыу йорттарында махсус бүлектәр асырға кәрәк тигән тәҡдим яһаны.
Башҡортостан етәксеһе республика Хөкүмәтенә өс ай эсендә халыҡ кәсептәрен үҫтереүҙең республика программаһын эшләргә, “Ағиҙел” предприятиеһы нигеҙендә ижади үҙәк ойошторорға ҡушты. 2015 йылда Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре башлыҡтарының халыҡ-ара саммиттарын
үткәреүгә әҙерлек барышында был мәсьәлә айырыуса мөһим, сөнки предприятие сувенирҙар етештерә.
— “Ағиҙел” нигеҙендә бөтә оҫталарҙы туплап, уларға эшләү мөмкинлеге бирергә, заманса оҫтаханалар ойошторорға мөмкин, — тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәк башлығы билдәләүенсә, халыҡ художество кәсептәре — милли мәҙәниәттең мөһим өлөшө. Улар, әхлаҡи нормалар сығанағы булараҡ, быуындарҙы һәм дәүерҙәрҙе үҙ-ара бәйләй. Шуға күрә был өлкәгә дәүләт тарафынан бөтә яҡлап ярҙам күрһәтелергә тейеш.
Осрашыу аҙағында Рөстәм Хәмитов “Ағиҙел” оҫтабикәләрен Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы, коллектив менән иҫтәлеккә фотоға төштө.
Теманы дауам итеп...Редакциянан. Үҙ төбәгендә дан ҡаҙанған оҫталарҙы һәм оҫтабикәләрҙе республика кимәлендә танытыу, йәштәрҙе, мәктәп уҡыусыларын улар өлгөһөндә тәрбиәләү, халыҡ кәсептәренә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, ошо шөғөлдән табыш алыу серҙәрен өйрәтеү, йәғни йүнселлекте үҫтереү маҡсатында “Башҡортостан” гәзите редакцияһы, Республика халыҡ ижады үҙәге, “Мираҫ” мәрхәмәтлек фонды менән берлектә, йыл башынан конкурс ойошторғайны. “Һөнәрмән” тип аталған бәйгегә хаттар килә һәм гәзит битендә урын ала башланы. Артабан да оҫталар тураһында ҡыҙыҡлы мәҡәлә, һүрәтләмә, фотоһүрәттәр ебәреп, конкурста әүҙем ҡатнашырһығыҙ тип ышанабыҙ.