“Ышаныс телефоны” әүҙем эшләй09.03.2013
Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлеге оператив-эҙләү эштәрен Ағиҙел, Нефтекама, Яңауыл ҡалаларында, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле һәм Яңауыл райондарында алып бара. Бында (34783) 2-61-41 “ышаныс телефоны” тәүлек әйләнәһенә эшләй. “Беҙгә ниндәйҙер мәғлүмәт еткереү өсөн халыҡ иң әүҙем ҡулланған канал ул, — тип һөйләй бүлек етәксеһе полиция полковнигы Айрат Фарваев. — 2011 йылда был телефонға 64 шылтыратыу булһа, былтыр 69 тапҡыр элемтәгә инделәр. Шул уҡ ваҡытта кемдер идаралыҡта ҡуйылған 8-800-347-2030 һанлы “ышаныс телефоны”на бушлай шылтырата йә үҙ хәбәрен ҡалалағы башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдарына еткерә ала”.
Граждандарҙан алынған мәғлүмәттәрҙең һәр береһе тикшерелә. “Ышаныс телефоны”на килгән хәбәр дөрөҫлөккә тап килгән осраҡта ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла һәм тейешле саралар күрелә. Бынан тыш, административ яуаплылыҡҡа тарттырыу, тикшереү эшен башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырыу ҡаралған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөккә тап килмәүе лә асыҡлана.
— “Ышаныс телефоны”нан алынған хәбәрҙәр нигеҙендә 2011 йылда — һигеҙ, 2012 йылда ун өс енәйәт эше ҡуҙғатылды, административ яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса бер протокол төҙөлгән, — тип дауам итә Айрат Хәниф улы. — Быйыл бер енәйәт эше астыҡ.
Ниндәйерәк йөкмәткеле хәбәрҙәр килә һуң “ышаныс телефоны”на? Уларҙың күбеһе — наркотик әҙерләү һәм уларҙы ҡулланыу урындары, был ағыуҙы таратыусы аныҡ шәхестәр тураһында. Былтыр алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә, Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 228-се статьяһына ярашлы, тикшерелеп судҡа ебәрел-гән енәйәт эштәре буйынса һигеҙ кеше язаға тарттырыла. 2012 йылдың 21 сентябрендә телефон буйынса килгән хәбәрҙе тикшереү һөҙөмтәһендә, Свердловск өлкәһенең Ревда ҡалаһында кеше талағаны өсөн язаға тарттырылып, федераль эҙләүгә иғлан ителгән граждандың ҡайҙалығы асыҡлана. Ғәҙел хөкөмдән Нефтекама ҡалаһында ҡасып йөрөгән, ғаилә ҡорорға өлгөргән 1986 йылғы был әҙәм, наркотик һатҡанда енәйәт өҫтөндә тотолоп, ҡулға алына.
“Ышаныс телефоны”на килгән мәғлүмәттәр буйынса оператив-эҙләү саралары үткәреү барышында ошондай мәғлүмәт тә асыҡлана: Пермь крайының Ҡуйыҙа ҡалаһынан Яңауыл, Нефтекама ҡалаларында һәм эргә-тирәләге райондарҙа наркотик таратыусылар ҡулға алына.
— Йәштәр араһында “кәйеф күтәреүсе” тип аталған газдың киң таралып китеүенә юл ҡуймау сараларын ойоштороу беҙҙең бүлектең “ышаныс телефоны”на килгән хәбәрҙән башланды, — тип һөйләй полиция полковнигы Айрат Фарваев. — Унда Нефтекама эшҡыуарының ҡалала һатыу өсөн ошо газ баллондарын алып ҡайтыуы тураһында әйтелгәйне. Тикшереү барышында тәүге мәғлүмәт тулыһынса иҫбатланды, законһыҙ һатыуға тәғәйенләнгән тауар тартып алынды.
Әлбиттә, был газ (азот әсемәһе) рәсми рәүештә наркотик булып һаналмай. Белгестәр билдәләүенсә, уны ҡулланыу һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына һәм ҡайһы бер сәнәғәт предприятиеларына ғына рөхсәт ителә, ә айырым кешеләргә шәхсән ҡулланыу өсөн ваҡлап һатыу тыйылған. Шарҙарға тултырылған газды һулау мейенең кислород етмәүҙән ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә иҫереү тыуҙыра. Наркологтар әйтеүенсә, газ үҙәк нервы системаһын зарарлай һәм аҡыл зәғифлегенә килтереүе ихтимал.
— Наркомания таралыуға ҡаршы алып барылған көрәш сараларына халыҡты әүҙемерәк йәлеп итеү йәһәтенән “ышаныс телефоны”ның роле ҙур. Шуға ла уның тураһында белешмәне күберәк таратырға тырышабыҙ, — ти Айрат Фарваев. — Уҙған йылдарҙа бүлек хеҙмәтләндергән ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә урындағы хакимиәттәр ярҙамы менән 13 махсус баннер ҡуйҙыҡ, телевидение каналдарында, радио һәм матбуғат сараларында социаль рекламаны әүҙем ҡулланабыҙ. Нефтекамала Фәғим Низамов етәкләгән “Ягуар” шәхси һаҡ предприятиеһы күп ҡатлы йорттарҙың подъезд ишектәренә беркеткән белдереүҙәрҙә лә беҙҙең телефон күрһәтелгән. Йыл барышында үткәрелгән махсус сараларҙа, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары, ҡалалар һәм райондар халҡы менән осрашыуҙарҙа ла уларҙың иғтибарын “ышаныс телефоны”на йүнәлтәбеҙ.