Бейә һөтөнән... косметика09.03.2013
Быйыл Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре “Башҡортостан ынйылары” тип аталған үҙенсәлекле продукция сығарырға ниәтләй.

Тиҫтәгә яҡын косметика төрөн эшләүҙә киптерелгән бейә һөтө, бал, шулай уҡ бал ҡушылған ҡымыҙ файҙаланыла. Ошо көндәрҙә шампунь, ванна менән душ өсөн күбек, шыйыҡ һабын, бит, ҡул һәм тән тиреһе өсөн кремдарҙың тәүге тәжрибә өлгөләре алынды. Яңы косметика серияһына шулай уҡ төрлө битлектәр, тән тиреһе өсөн шифалы шыйыҡсалар индереү ҡарала.
Әле үҙәктә тағы ла бер продукт — бал ҡушылған ҡымыҙ эшләйҙәр. Төп бурыс — кеше һаулығы өсөн ошо шифалы диетик эсемлектең яраҡлылыҡ ваҡытын арттырыу.
Үҙәктең ҡаҙаныштары иҫәбенә 200-ҙән ашыу продукция, 50-нән ашыу косметика төрө инә.


Вернуться назад