Йәштәргә премия тапшырылды09.03.2013
Республикала 138 талантлы йәш кеше дәүләт ярҙамы премияһына эйә булды. 29 номинантҡа 60 мең һумлыҡ, 109-ына 30 мең һумлыҡ премия тапшырылды.

Улар иҫәбендә лицей, училище, колледж уҡыусылары, балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениеларында тәрбиәләнеүселәр, студенттар бар. Был кешеләрҙең барыһы ла халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк олимпиадаларында, конкурс, ярыштарҙа еңеп сыҡҡан.
“Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы, премия йыл һайын 14–25 йәштәгеләргә тапшырыла. Еңеүселәр “Социаль әһәмиәтле һәм ижтимағи эшмәкәрлек”, “Фәнни-техник ижад һәм уҡыу-тикшеренеү эшмәкәрлеге”, “Художестволы ижад”, “Һәүәҫкәрҙәр спорты” һәм “Һөнәри оҫталыҡ” кеүек номинациялар буйынса билдәләнә. Илебеҙҙә был премия, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, һигеҙенсе тапҡыр тапшырыла. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикабыҙҙа 2006 йылдан алып 889 кеше премия лауреаты булған.


Вернуться назад