Киләсәктә һайлауҙы кем үткәрер?09.03.2013
Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов менән республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Леонид Ивлев үткәргән видеоконференцияла ҡатнашты.
Ивлев билдәләүенсә, Рәсәйҙең һигеҙ төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда, участка комиссияларын ойоштороу эше тамамланған, ике төбәк байрамдан һуң тәҡдимдәр ҡабул итеү хаҡында белдергән, ҡалғандарында эш яңы башлана. Рәсәйҙә йәмғеһе 93 меңгә яҡын участка һайлау комиссияһы ойошторола. Был эштә 42 сәйәси партия ҡатнаша. Әле 687 мең, шул иҫәптән сәйәси партияларҙан 313 меңгә яҡын кандидатура күрһәтелгән. “Берҙәм Рәсәй”, “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы”, ЛДПР, “Ғәҙел Рәсәй”, “Рәсәй патриоттары” партияларының төбәк бүлексәләре әүҙем эшләй.
Видеоконференцияла Тыва, Ҡалмыҡ республикалары, Волгоград, Калининград, Һамар, Ярославль өлкәләре, Красноярск һәм Приморье крайҙарының һайлау комиссиялары рәйестәре сығыш яһаны. Төрлө сәйәси партиялар вәкилдәре лә үҙ фекерен әйтте.
Осрашыуға йомғаҡ яһап, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары, участка һайлау комиссияларына тәжрибәле, компетентлы кешеләр эләгер, тигән өмөт белдерҙе. Ул шулай уҡ яңы участка комиссияларына ғәйәт ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелеүен, киләһе биш йылда бөтә кимәлдәге һайлауҙарҙы тап улар үткәрәсәген билдәләне.