Бында тарих һаҡлана09.03.2013
Нефтекама быйыл 50 йыллығын билдәләй. Ҡала дәүләт архивына ла шунса йыл. Төрлө дәүерҙә архивтың атамаһы бер нисә тапҡыр үҙгәрһә лә, төп эш йүнәлеше элеккесә ҡала: документтар туплау, уларҙың дөрөҫ иҫәбен алып барыу, артабан һаҡланыуын тәьмин итеү. Ә һуңынан белешмә-мәғлүмәт фонды булдырыу, уларҙы дөйөм ҡулланылышҡа индереү, тейешлеләрен республика һәм федераль архивтарға һаҡлауға ебәреү.
Ғилми-тикшеренеү эштәре һәм улар нигеҙендә төрлө хеҙмәт яҙыу өсөн архив документтарының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
– Был эште ойоштороп яйға һалыуҙа уның тәүге етәкселәре Зоя Воробьева, Тамара Куликова, Ғабдрахман Халиҡов һәм Александр Петуховтың хеҙмәте ҙур, – ти Нефтекама ҡала хакимиәтенең архив секторы мөдире Илһөйәр Шәмсиәхмәтова. – Уларҙың үҙ эшен еренә еткереп башҡарыуына һоҡланабыҙ.
Ҡала етәкселегенең ярҙамы һөҙөмтәһендә архив хеҙмәткәрҙәре бөгөн уңайлы шарттарҙа эшләй.
– Документтар туплау өсөн ҡатырға ҡумталар урынына махсус эшләнгән архив муҡсаларын иң тәүҙә беҙ ҡуллана башланыҡ, – тип дауам итә Илһөйәр Ғәмир ҡыҙы. – Хәҙер бөтөн республика шулай эшләй. Беҙгә, мәҫәлән, 1990 йылдан бөгөнгәсә дүрт төрлө 1860 муҡса алынған. Фондтың 95 проценты ошонда һаҡлана.
Ҡала архивында 120 фондты тәшкил иткән 21 меңгә яҡын документ тупланған, 34 учреждение архивты тулыландырыусы булып тора. Һаҡлауҙа шәхси материалдарҙан йыйылған фондтар ҙа бар. Дөйөм алғанда, архивсылар бай мәғлүмәт һаҡлап, киләсәк тураһында хәстәрлек күрә.
Архив документтарын файҙаланыу күп яҡлы. Төрлө органдарҙың, ойошма һәм учреждениеларҙың һәм, әлбиттә, граждандарҙың һорауы буйынса кәрәкле мәғлүмәт бирелә. Ә мөрәжәғәттәр һаны йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, улар буйынса 2006 йылда 1 554 белешмә бирелһә, һуңғы дүрт йылда уртаса 3 390-ға еткән. Был архив хеҙмәткәрҙәре эшенең кәрәклеге һәм мөһимлеге тураһында бик асыҡ һөйләй. Граждандарҙың пенсия реформаһына бәйле һорау-ғаризалары йылдан-йыл арта. Хеҙмәт стажын асыҡлау, льготаларға хоҡуҡ биреүсе төрлө дәүләт наградаларын дәлилләү буйынса мөрәжәғәт күп. Бында тарих һаҡлана, шуға ла һуңғы ваҡытта халыҡтың шәжәрә төҙөү менән әүҙем шөғөлләнеүе лә күптәрҙе архивҡа алып килә.
Кешеләрҙе ихлас ҡабул итеү, уларҙың мөрәжәғәтенә тейешле ваҡытта яуап биреү – бөгөнгө архивсылар ошо бурыстарҙы еренә еткереп үтәргә тырыша.