8 Мартта яҡыныбыҙ, Башҡортостандың арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Луиза Фархшатова икеләтә байрамын билдәләй: ул яҙҙың тап ошо матур, яҡты көнөндә донъяға килгән. Быйыл иһә был көн бигерәк тә иҫтәлекле һәм әһәмиәтле: Луиза Азамат ҡыҙы күркәм юбилейын ҡаршыланы.
Яҡыныбыҙ республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә талантлы тележурналист, бихисап теле-, радиотапшырыуҙар, документаль фильмдар авторы булараҡ билдәле. Бынан ике тиҫтә йыл элек тап ул ойошторған “Тамыр” балалар телерадиостудияһы бөгөн дә гөрләп эшләй, ҡасандыр Луиза Азамат ҡыҙы булдырған күркәм йолаларға таянып, береһенән-береһе матур, талантлы ҡыҙҙар һәм малайҙарға рухи-мәҙәни тәрбиә нигеҙҙәрен төшөндөрә, һәләттәрен үҫтерә. Яҡыныбыҙҙың фиҙакәр хеҙмәте “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, З. Биишева исемендәге премия лауреаты һәм башҡа юғары наградалар менән билдәләнгән.
Ғөмүмән, Луиза Азамат ҡыҙы тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Тура һүҙле, ҡыйыу йөрәкле, тормошто бар төрлөлөгөндә ярата белгән һәләтле, сағыу шәхес дәрт-дарманы, ижади ҡомары, әүҙемлеге, көслө рухлы булыуы менән һоҡландыра, күптәргә өлгө булып тора. Әйткәндәй, әсәһенең эшен ҡыҙы ла дауам итә: Флүзә Фархшатова – халыҡ-ара фестивалдәрҙә танылыу яулаған, үҙәк каналдарҙың тамашасылары яратып ҡараған фильмдар һәм сериалдар төшөргән йәш, талантлы режиссер, Мәскәүҙә йәшәй һәм ижад итә.
Күркәм юбилейы менән ҡотлап, Луиза Азамат ҡыҙына иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Донъяғыҙ бөгөнгөләй бөтөн, ҡотло, ырыҫлы булһын! Балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең изгелеген күреп, иҫәнлектә-һаулыҡта, күңел тыныслығы менән йәшәргә, ижад итергә яҙһын! Юбилейығыҙ менән!
Иң изге теләктәрен юллап, яҡындары, рухташтары.