Барыһы ла ризыҡҡа бәйле09.03.2013
Оҙайлы ҡыштан һуң хәл бик үк шәптән түгел – килешәһегеҙме? Арығанлыҡ тойғоһо, һәлкәүлек баҫа, вируслы инфекциялар ҙа тиҙ генә еңеп бара. Тышҡы ҡиәфәт тә әллә ни ҡыуанырлыҡ түгел: сәстәрҙең төҫө тоноҡланған, йөҙҙә нур юҡ, тире кибеп йонсота. Сәбәбе ябай – яҙ витаминдар һәм файҙалы микроэлементтар запасы организмда ҡырҡа кәмей, үрҙә телгә алынған ғәмәлдәр – тап ошоноң билдәһе.
Әммә, яҙҙы ғәйепләп, ҡул ҡаушырып ултырырға ла ярамай. Иң уңайлы ысул – аш-һыу рационына үҙгәреш индереү. Көндәлек менюла файҙалы аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк биреп, зыянлыларынан баш тартһағыҙ, күңел көрлөгөн, яҡшы кәйефте ҡайтарыу бер ни тормай.

Барыһы ла  ризыҡҡа бәйлеҺөт аҙыҡтары

Улар ашҡаҙан-эсәк системаһын токсиндарҙан, шлак һәм башҡа зыянлы нәмәләрҙән таҙартырға һәләтле, шуға күрә кефир, ҡатыҡ, ҡорот, йогурт, эремсек, сыр кеүек ризыҡтарҙан баш тартмағыҙ. Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ: ҡышҡы байрамдарҙа ниндәй генә аҙыҡ ашаманығыҙ ҙа, ниндәй генә эсемлек эсмәнегеҙ. Өҫтәүенә саф һауала һирәк булырға, тымау тейгәндә, услап дарыу йоторға тура килгәндер әле. Шуға күрә таҙарыныу һис тә зыян булмаҫ. Һөт аҙыҡтарын көн дә ҡулланһағыҙ – хәлегеҙ яҡшырғанын бермә-бер тоясаҡһығыҙ. Унан тыш, тышҡы ҡиәфәтегеҙҙе лә ыңғай үҙгәреш көтә: ике-өс аҙнанан тирегеҙҙең асылып, шымарып киткәнен күрерһегеҙ.

Барыһы ла  ризыҡҡа бәйлеКәбеҫтә

Һүҙ ҡәҙимге йәшелсә тураһында бара, барлыҡ сорттары ла файҙалы. Кәбеҫтәне сей һәм тоҙло, бешерелгән, быҡтырылған килеш ашарға була. Шулай ҙа файҙалы элементтар тоҙланғанында күберәк – С витаминына бай. Унан тыш, йәшелсәнең эре күҙәнәкле, сүсле төҙөлөшө ысын мәғәнәһендә организмдың “һепертке”һенә әүерелә: токсиндарҙы һәм шлактарҙы организмдан күпләп сығара.
Әйткәндәй, һаулыҡҡа һиҙелерлек файҙаһы тейһен өсөн, көнөнә теләһә ҡайһы ысул менән әҙерләнгән 100 грамм самаһы кәбеҫтә ашарға кәрәк.

Барыһы ла  ризыҡҡа бәйлеБойҙай үҫентеләре

Яҙ көнө шытҡан, йәшел үҫентеһе менән шатландырған бойҙайҙан да файҙалыраҡ аҙыҡ юҡ. Ошо бәләкәй генә сығанаҡта ҡеүәтле энергия тупланған. Ә уны үҫтереү ауыр түгел. Яҫы һауыттың төбөнә бер нисә ҡат таҙа марля һәм уның өҫтөнә йыуылған бойҙай түшәгеҙ, бер аҙ еүешләгеҙ. Үҫентеләр барлыҡҡа килгәнсе, көн дә еүешләп тороғоҙ. Тиҙҙән бойҙай шыта башлар. Йәшел ҡыяҡ 5 – 8 сантиметрға еткәс, уны аҙыҡ итеп ҡулланырға мөмкин (салатҡа һалығыҙ йә иһә былай ашағыҙ). Үҫенте организмды йәшәртә, барлыҡ ағзаларға ла ыңғай йоғонто яһай, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, нервы системаһын нығыта. Йәш буйынса сикләү юҡ: бойҙайҙы балалар ҙа, йәштәр ҙә, ололар ҙа ҡуллана ала.


Вернуться назад