Нимә ул остеопороз?09.03.2013
Өлкән йәштәгеләргә хас сир ул — остеопороз. Һөйәк муртҡа, тиҙ һыныусанға әүерелә. Сир яй үҫешә, әммә уның билдәләрен алдан тойомларға була. Буйығыҙ һиҙелерлек кәмеһә, кәүҙәгеҙ бер аҙ кәкрәйә төшһә, янбаш һөйәге быуындарында, умыртҡа бағанаһында йәки аяҡтарығыҙҙа төндә ауыртыу тойһағыҙ, йыш ҡына аяҡ-ҡулдарығыҙҙы имгәтһәгеҙ, хәүефләнергә урын бар. Һеҙгә мотлаҡ клиникаға денситометрия үтергә барырға кәрәк.
Кальций кәмей
Һөйәк массаһы 25 йәшкә тиклем формалаша, ә 40 – 45 йәштән һуң һөйәк туҡымаһында тупланған кальций яйлап аҙая бара. Йыл һайын беҙ уның 0,5 процентын юғалтабыҙ. Һөйәк массаһы дәүмәле өс факторға бәйле: аҙыҡ-түлектә кальций миҡдарының етерлек дәрәжәлә булыуына, физик активлыҡҡа һәм ҡанда Д3 витаминының тейешле кимәленә.
Хәҙерге алдынғы заман тикшеренеүҙәренә таянып, халыҡтың ни бары өс проценты ғына тейешле кимәлдә һөт аҙыҡ-түлектәре ҡуллана тип әйтә алабыҙ. 20–30 йылдан һуң остеопороз сиренә һәм уның хәүефле эҙемтәләренә тотош быуын дусар булыуы ихтимал.
Медицина тикшеренеүе мотлаҡ
Рәсәйҙә илле йәште уҙған ҡатын-ҡыҙҙың — 30, ә ир-аттың 20–25 проценты остеопорозға дусар. Сирҙең дәрәжәһе һәр кемдә төрлөсә, әммә айырыуса күрем килеүе иртә туҡталған (45 йәшкә тиклем) һәм аҙ ауырлыҡтағы (57 килограмдан түбән) ҡатын-ҡыҙҙа остеопороздың көсәйеүе мөмкин.
Сирҙең нәҫелдән күсәгилешлелеге лә хәүефте арттыра. Тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр менән мауығыу, ҡалҡан биҙе сирҙәре, шәкәр диабеты, бронхиаль астма, ревматоидлы артрит, хроник бөйөр сире шулай уҡ остеопороздың киҫкенләшеүенә сәбәпсе.
Рентген денситометрияһы һөйәк туҡымаһының минераль тығыҙлығын билдәләй һәм сирҙе иртә асыҡларға ярҙам итә. Медицина тикшеренеүе хәүефһеҙ һәм тиҙ башҡарыла.
Дауалау ысулы
Өлкән йәштәгеләр кальцийға бай аҙыҡ-түлек менән туҡланырға тейеш. Бауыр ите, сыр, балыҡ, йомортҡа һәм башҡалар... Кальций Д3 витаминынан тыш үҙләштерелмәй, шуға күрә диңгеҙ аҙыҡтарына өҫтөнлөк бирегеҙ. Препараттар ҡулланыуҙан тыш, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнегеҙ (саф һауала йөрөү, арҡа мускулдарын нығытыу өсөн махсус күнекмәләр ҙә файҙалы).