Быуат сиренән дауа09.03.2013
Быуат сиренән дауаТын быуыла, һулыш алыу иҫ китмәле ауырлаша, тире түҙеп торғоһоҙ ҡысый, ҡан тамырҙарында меңәрләгән серәкәй мыжғыймы ни! Тотош тән ҡот осҡос шешенгән, аяҡ-ҡулдар, гүйә, мамыҡҡа әйләнгән... Бындай осраҡта табиптар "Квинке шеше" йәки "аллергия шогы" тигән диагноз ҡуя. Был аллергия һөҙөмтәһендә организмдың тамам эштән сығыуын аңлата.

Нимә һуң ул — аллергия? Ябай ғына әйткәндә, организмдың уға тәьҫир иткән эске һәм тышҡы күренештәргә "яуабы". Йыш осраған миҫал — күптәрҙең тирәк мамығы осҡан ваҡытта сөскөрөп, бышҡырып интегеүе. Ҡайһы бер ашамлыҡты, бигерәк тә тәмле-татлыны, йәшелсә, еләк-емеш төрҙәрен ҡабул итә алмаусылар ҙа байтаҡ. Кемгәлер хушбуй йәки һабын еҫе, бәғзеләргә ниндәйҙер дарыу килешмәй. Бөгөн аллергия сығанаҡтары аҙым һайын осрай — эсәр һыуҙа ла, һулар һауала, тупраҡта ла. Статистика буйынса, һуңғы егерме йылда аллергиянан яфаланыусылар һаны өс-дүрт тапҡырға артҡан. Белгестәр быны тирә-яҡ мөхиттең бысраныуына бәйләй. Шуға ла уны йыш ҡына "XXI быуат сире" тип йөрөтәләр.
Аллергияға дусар булыусылар элегерәк айҙар буйы дауаханала ятырға мәжбүр ине. Һуңғы йылдарҙа хәл ҡырҡа үҙгәрҙе: күп ҡалаларҙа аллергияны диагностикалау һәм дауалау буйынса махсус медицина учреждениелары асылды. Өфө ҡалаһында ла Аллергология һәм педиатрия клиникаһы оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп килә. Унда сирҙе диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.
— Беҙ аллергияның барлыҡ төрҙәрен яңы алымдар менән асыҡлайбыҙ һәм дауалайбыҙ, — ти клиниканың баш табибы, медицина фәндәре кандидаты Айритта Ханова. — Мәҫәлән, бронхиаль астманы диагностикалау өсөн метахолин ярҙамында провокация яһайбыҙ.
Клиникала уңышлы ҡулланылған иммунитет терапияһы үтеп, күптәр аллергияның нимә икәнен дә онотҡан. Дауаланыу юлы ла ҡатмарлы түгел — ҡанға әҙләп кенә индерелгән шыйыҡса организмды аллергия тыуҙырыусы матдәләргә яраҡлаштыра. Заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған клиникала юғары профессиональ кимәлдәге табиптар эшләй. Улар, аллергиянан тыш, башҡа төрлө сирҙәрҙе лә дауалай.
— Беҙҙә оториноларинголог, гастроэнтеролог, дерматовенеролог, балалар кардиологы һәм ревматологы, невролог, балалар онкологы, хирург, эндокринолог, нефролог-уролог, офтальмолог, ортопед, психолог, логопед эшләй, — ти Айритта Кәрим ҡыҙы. — Функциональ диагностика яһау мөмкинлеге лә киң.
Сир кешенең йәшенә ҡарамай. Шуны иҫтә тотоп, клиника балаларҙы тыуғандан алып бәлиғ булғанға тиклем хеҙмәтләндереү программаһы булдырылған. Ул даими диспансер күҙәтеүе алып барыуҙы һәм төрлө сирҙе иҫкәртеүҙе үҙ эсенә ала. Ғөмүмән, Өфөнөң Аҡназаров урамындағы 21-се йортта урынлашҡан Аллергология һәм педиатрия клиникаһында быуат сиренә генә түгел, башҡа ауырыуҙарға ла яҡшы дауа табыла.


Вернуться назад