Ерән ҡашҡа16.12.2011
Ерән ҡашҡаЕтем ҡалды быҙау. Ерән ҡашҡа
Ят итмәне, йәлләп имеҙҙе.
Үҙ балаһы кеүек, һөтөн биреп,
Һыйыр быҙауҡайын үҫтерҙе.

Хайуандар ҙа хатта күпте аңлай:
Юғалтыуҙы, ауыр нужаны.
Ерән ҡашҡа биргән был һабаҡтар
Бәғзе әсәләргә өлгө булһасы.
Әҙел ИСХАҠОВ.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад