Мөхәббәтле ғүмер теләйбеҙ!07.03.2013
Былтыр республиканың ЗАГС органдарында тыуым тураһында 59 542 акт теркәлгән. Был элгәрге йылдан 5,7 процентҡа күберәк. Үлем тураһындағы акттар һаны ла 1,9 процентҡа кәмерәк.
Ошо осорҙа 34 229 пар, күңелле туй үткәреп, тоғролоҡ һәм һөйөү билдәһе булған алтын балдаҡтар менән алмашты.
Былары — хәбәрҙәрҙең яҡшылары. Йән көйҙөргәне лә етерлек. Мәҫәлән, бер йыл эсендә 17 837 парҙың тарҡалыуы кемде шатландырһын?
***
ЗАГС хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, Башҡортостанда йәштәр, ғәҙәттә, 25 – 29 йәштә никахлаша. Парҙарҙың күпселеге 25 – 47 йәш тирәһендә айырылыша. Айырыуса бер йылдан биш йылға тиклемге осорҙа никах тарҡалыуы йыш күҙәтелә.
***
Сәстәрен сәскә бәйләргә теләүсе егет һәм ҡыҙҙарҙың күбеһе никахлашыу өсөн йәй миҙгелен һайлай. Ә бына май айы өйләнешеү өсөн популяр һаналмай. Йәнә шуныһы иғтибарға лайыҡ: Башҡортостан халҡы "матур дата"ларға мөкиббән китеп, тап ошо көндәрҙә никахлашырға ынтыла. 2012 йылдың 12 декабре бөтә "матур дата"лар араһында рекорд ҡуйған: был көндә республикала 315 пар өйләнешкән. Сағыштырыу өсөн: 07.07.07 һәм 08.08.08 даталары 300 парҙың өйләнешеүе менән хәтерҙә ҡалғайны.
2013 йылдың тәүге айҙарында уҡ ғаилә ҡорорға теләүсе 123 пар ЗАГС бүлексәләренә ғариза менән мөрәжәғәт иткән дә инде.