Сәйәсәт кемдәр эше?07.03.2013
Наҙлы, иркә, гүзәл зат сәйәсәт менән шөғөлләнергә тейешме? Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙың сәйәсәттә ҡатнашыу-ҡатнашмау мәсьәләһе ҡасан барлыҡҡа килгән? Был датаны аныҡ билдәләргә була. 1791 йылда француз революцияһы ҡыҙған саҡта һирәктәргә генә таныш булған Олимпия де Гуж исемле яҙыусы: “Әгәр ҡатын-ҡыҙ эшафотҡа күтәрелергә хаҡлы икән, уның трибунаға менеү хоҡуғы ла булырға тейеш”, — ти. Ошо һүҙҙәре арҡаһында уны үлем язаһына дусар итһәләр ҙә, ҡатын исемен мәңгеләштереүгә өлгәшә һәм иң мөһиме — бөтә донъяға ҡатын-ҡыҙҙың да сәйәсәт менән шөғөлләнергә теләүен белдерә.
Сәйәсәттә ҡатын-ҡыҙҙың үҙ-үҙен тотошо тураһында кәм тигәндә ике теория йәшәй. Уларҙың тәүгеһенә ярашлы, айырым ҡатын-ҡыҙ стиле бар, ул кешегә һәм социаль мәсьәләләргә иғтибарлы булыуҙан ғибәрәт. Гүзәл заттың идара итеү стиле тыныслыҡ яҡлы тип иҫәпләнә, ул конфликттарҙы көс менән хәл итмәй, һуғыштар асмай. Икенсе ҡараш буйынса иһә, стиль сәйәсмәндең енесенә түгел, ә уның психологик холоҡ-фиғеленә бәйле. Ни өсөн тигәндә, тыныс, кеше шәхесенә иғтибарлы ирҙәр барҙа, ҡаты характерлы, һуғышсан холоҡло ҡатындар ҙа юҡ түгел.
Беҙҙең республикала яуаплы вазифала эшләүсе ҡатын-ҡыҙ бихисап. Юғары власть органдарында ла бар улар. Байрам алдынан гүзәл заттар менән әңгәмәләшеп, ирҙәрҙеке тип һаналған сәйәсәт донъяһында үҙҙәрен нисек тойоуҙары тураһында һораштыҡ.
Лилиә ҒҮМӘРОВА, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары:
— Эштә кешеләрҙе ир-атҡа һәм ҡатын-ҡыҙға айырмайым. Иң мөһиме — профессионаллек, үҙ эшеңде белеү һәм һөҙөмтәгә өлгәшеү. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ ҡарашы тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә кәрәк. Ир-ат етәкселәр үҙ командаһына ҡурҡмайынса ҡатын-ҡыҙҙы йәлеп итә икән, унда уңыш көтә. Көслө заттың да, гүзәлдәрҙең дә холҡо төрлө, һәр яҡ та теге йәки был өлкәлә уңышлыраҡ. Беҙҙә, ҡатын-ҡыҙҙа, хәл-ваҡиғаға тәрәндән ҡарай белеү, анализлау, теге йәки был ҡарарҙың кешелә, ғаиләлә нисек сағылыш табыуын алдан күреү һәләте бар. Беҙ бөтә нәмәгә лә үҙ логикабыҙ менән хужабикә кеүек ҡарайбыҙ. Минән бер тапҡыр, депутаттар араһында ҡатын-ҡыҙ булырға тейешме, тип һоранылар. Әлбиттә, тип яуап бирәм. Ул бит закондың кешелә, ғаиләлә, тирә-яҡтағыларҙа нисек сағылыш табырын һиҙә, үҙен ҡуйып ҡарай.
Ҡатын-ҡыҙ үҙендә көс, теләк, мөмкинлек тоя икән, сәйәсәткә барырға тейеш. Ғөмүмән, беҙгә ирҙәр менән партнер булырға, бергә эшләргә кәрәк. Ошо йәһәттән Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов та үҙ командаһына профессионал, үҙ эшен белгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы тупланы.
Бында эшкә килгәс, тәү сиратта ведомстволар араһында, коллективта, ҡул аҫтында эшләүселәр араһында мөхитте яҡшыртыу өсөн тырыштым. Ҡайҙалыр ярҙам итергә, ҡайһы саҡта коллективты тупларға, берләштерергә кәрәк бит. Үҙемде артыҡ хисле кеше тип иҫәпләйем, эштә ҡамасаулармы икән тип тә уйлағайным. Әммә киреһенсә булып сыҡты. Теге йәки был ҡарар артында йыш ҡына кеше тормошо тора, шуға күрә йөрәк аша үткәреү мөһим.
Ҡатын-ҡыҙҙың таланты шунда: яҡшы эшләргә, әммә өйҙә әсәй, ҡатын булып ҡала белергә кәрәк. Дөрөҫөн әйтәм, йыш ҡына һуң ҡайтам, киске 10-11 булып китә. Шулай ҙа ҡыҙыма һәм иремә ваҡыт табам. Ҡыҙым менән көн һайын ярты сәғәт булһа ла аралашырға тырышам. Был дәрес тикшереү генә түгел, уның менән серләшәбеҙ, борсоған проблемаларҙы беләм, кәңәш бирәм. Мин уға кәрәк, иркәләнә, һағынып та китә, бала бит ул. Ашарға бешереү мөмкинлеге бик юҡ, ял көндәре генә бындай форсат килеп сыға. Иремә рәхмәтлемен, ул ярҙам итә. Беҙҙең ғаиләлә был ирҙәр эше, быныһы ҡатындарҙыҡы тигән нәмә юҡ.
Һәр гүзәл затҡа ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйем. Ҡайҙа ғына эшләһәк тә, ниндәй генә бейеклектәргә өлгәшһәк тә, әсәй, ғаиләле булыу — иң мөһиме.
Ленара ИВАНОВА, республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры:
— Беҙҙең республикала власть органдарында ҡатын-ҡыҙға тейешле урын бирелгән. Яуаплы вазифа биләгән гүзәл заттар бихисап. Сәйәсәт — дөйөм эш. Ниндәйҙер бурыстарҙы ир-ат яҡшыраҡ башҡарһа, ҡайһылыр осраҡта ҡатын-ҡыҙһыҙ булмай. Иң мөһиме — һөҙөмтә.
Үҙемә килгәндә, идара иткәндә ҡатын-ҡыҙҙарса йомшағыраҡ стилде үҙ итәм. Ҡытай философы Лао Цзы әйтеүенсә: “Йомшаҡ ҡатыны еңә”. Мин дә ошоноң менән килешәм. Тауыш-тынһыҙ, ғауға ҡуптармай ғына күберәккә өлгәшергә була. Кешенең күңелен үҫтерергә, уның барлыҡ яҡшы сифатын аса белергә кәрәк.
Өйгә ҡайтҡас, ябай ҡатын, әсә булырға тырышам. Һүҙ ҙә юҡ, йыш ҡына эш өйгә эйәреп ҡайта. Быға яҡындарым ирекһеҙҙән уфтанып та ҡуя, әммә эшем менән ғаиләм тыныс ҡына бергә “йәшәй”. Минеңсә, өйҙәгеләр менән бергә булыуҙың ваҡыты түгел, ә сифаты күпкә мөһимерәк.
Әминә ШАФИҠОВА, республиканың мәҙәниәт министры:
— Сәйәсәт ҡатын-ҡыҙ эшеме, юҡмы тип фекер йөрөткәндә, әлбиттә, юҡ тип тә әйтергә булалыр. Әммә бөгөн заманы шундай, гүзәл зат йәшәйешебеҙҙең барлыҡ өлкәһендә лә әүҙем ҡатнаша, дәүләттең социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерә. Һәм шуны әйтер инем: йыш ҡына ҡатын-ҡыҙ күп проблемаларҙы ирҙәр менән сағыштырғанда нескәрәк хәл итә, ике яҡты ла ҡәнәғәтләндерерлек юлдар таба ала.
Үҙемдең ниндәй сәйәсмән булыуым тураһында, әлбиттә, ҡул аҫтымда эшләгән кешеләрҙән һорауы урынлыраҡ булыр ине. Һәр мәсьәлә буйынса ла ярашып эшләргә теләйем, әммә, үкенескә ҡаршы, ҡайһы берҙә һөҙөмтә булһын өсөн ҡатылыҡ та күрһәтергә тура килә.
Бөгөн мин шундай режимда йәшәйем — һәр нәмәгә лә өлгөрөргә кәрәк. Эштән һуң өйгә ҡайтырға ашығам, унда мине бәләкәй генә йәш тә 3 айлыҡ ҡыҙым көтә. Өйҙә ул “идара” итә. Ҡайтҡас, мин дә һәр ябай ҡатын-ҡыҙ кеүек иремә – ҡатын, балама – әсәй. Рәхәтләнеп сабыйым менән уйнайым, ашарға бешерәм, өй йыйыштырам. Уны йоҡларға һалғас, йыш ҡына теге йәки был документтарҙы ҡарай башлайым.
Альбина БУРАНҒОЛОВА, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың комитет рәйесе:
— Бөгөн ҡатын-ҡыҙ күп тармаҡта мәшғүл. Мәғариф, тәрбиә, һаулыҡ һаҡлау, социаль өлкәләрҙә улар төп урынды биләй. Юғары етәкселектә бик күп булмаһа ла, бар. Әммә мин быны гүзәл заттың ҡулынан килмәгәнгә шулайҙыр тип иҫәпләмәйем. Ҡатын-ҡыҙ һәр саҡ һайлау алдында тора: йә – ғаилә, йә – карьера. Нисек кенә булмаһын, һәр ҡатын-ҡыҙ әсә булырға ынтыла, бер-ике генә бала тапҡанда ла, кәм тигәндә өс-дүрт йыл ул өйҙә ултырырға мәжбүр.
Сәйәсәттәге ҡатын-ҡыҙға һәр ваҡыт формала булырға, көн һайын үҙенә һәм башҡаларға нимәлер дәлилләргә кәрәк. Власты күберәге ирҙәр уйыны тиһәләр ҙә, бында гүзәл зат ҡарашы ла бик мөһим. Үҙемә килгәндә, һәр осраҡта ла иң тәүҙә кешене тыңлайым, хәленә инергә тырышам. Әммә кәрәк саҡта ҡаты ла була алам.
Яуаплы вазифала эшләгән ҡатын-ҡыҙ ғаиләһенә иғтибар итмәй тигән фекер йәшәй, мин бының менән килешеп етмәйем. Теләк булғанда һәр нәмәгә лә өлгөрөргә була. Был йәһәттән миңә республиканың финанс министры Рузалия Хисмәтуллинаның яуабы оҡшай, уның әйтеүенсә, нисек кенә булмаһын, ул мосолман ҡатын-ҡыҙы булып ҡала һәм ирен, ғаиләһен, балаларын тәрбиәләргә тейеш. Мин дә шулай, әсә, ҡатын булараҡ бурыстарымды онотмайым, ашарға ла бешерәм, өйҙө лә йыйыштырам. Фитнесҡа йөрөргә лә ваҡыт табырға тырышам.