Әсәй менән өй йәмле07.03.2013
Алтын көҙҙөң сыуаҡ бер иртәһендә ҡыҙ бала донъяға килә. Ата-әсәһе уны наҙлап, гөл-сәскәгә тиңләп, Гөлназ тип исем ҡуша. Гөлназ — фарсы теленән, “наҙлы сәскә” тигәнде аңлата.
Баланың донъяға килеүе — ғаиләлә ҙур ваҡиға. Ата-әсә өсөн ниндәй шатлыҡлы, бәхетле мәл! Сабый ваҡытта бер нәмәне аңламаһа ла, ул әсәһенең йылы ҡулдарын тойоп, атай ҡорған нигеҙҙә йәшәй башлай. Нурлы, йылы ҡояшҡа иркәләнеп күҙен аса, баҡсалағы ҡоштар һайрауын ишетеп илауынан туҡтай һәм йылмайып ебәрә… Шул күренештән әсә һөйөнә, әкрен генә бишек йырын көйләй.
Ғаиләләге беренсе бала булғанға, атай-әсәйемдең иркәһе, ҡәҙерлеһе булып, тиң-тигеҙ тормошта тәрбиәләндем. Ырыҫлы ғаиләлә бала ла бәхетле. Эргәмдә "ҡыҙым" тип өҙөлөп торған атай-әсәйем, туғандарым, яҡындарым бар.
Һәр ғаилә — айырым бер дәүләт, тиҙәр. Был төшөнсә менән килешәм, сөнки һәр ғаиләнең дә үҙ йолаһы, ғөрөф-ғәҙәттәре бар. Ҡайһы берәүҙәр ныҡ тырышып эшләй, ә кемдәрҙер яй ғына барына ҡәнәғәт булып көн күрә.
Һәр дәүләттең башлығы булған кеүек, беҙҙең ғаиләнең дә тотҡаһы — атайым. Ул барыбыҙға ла үрнәк. Шуға үҙен хөрмәт итәбеҙ. Һәр саҡ ғәҙел һүҙе менән дөрөҫлөккә, намыҫлы булырға өйрәтә.
Әсәйем — минең өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул. Күҙҙәре шундай яғымлы, мөләйем… Ҡулдары иң йылыһы, иң-иң йомшағы. Шул ҡулдар башымдан бер һыйпап үтһә, борсолоуҙарым юғала төҫлө. Донъяла әсә һөйөүенән дә эскерһеҙерәк һәм ҡиммәтерәк бер нәмә лә юҡ. Уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ изгелеге һәм күңел йомартлығы беҙҙе ғүмер буйы ауырлыҡтарҙан ҡурсалай, иң ҡыйын ваҡыттарҙа ла ышаныслы таяныс, ҡалҡан булып тора.
Зөлфиә һеңлем II класта белем ала, ә Азамат ҡустыма — дүрт кенә йәш. Бәләкәй булһаҡ та, атай-әсәйебеҙ һәр ваҡыт беҙгә оло кеше итеп ҡарай. Ышаныс белдергәс, беҙ ҙә уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышабыҙ. Һәйбәт уҡып, яҡшы кеше булып үҫеү — атай-әсәй алдында төп бурысыбыҙ.
— Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, кемдәр менән генә аралашһағыҙ ҙа, артығыҙҙан яҡшы һүҙҙәр генә ҡалһын, — тип оҙата улар беҙҙе берәй ергә киткәндә.
Ғаиләбеҙҙе икһеҙ-сикһеҙ тормош диңгеҙендә тыныс ҡына ағып барған ныҡлы бер карапҡа оҡшатам. Атайым уның капитаны булһа, әсәйем — ярҙамсыһы. Һеңлем, ҡустым һәм мин әлегә пассажирҙар кеүекбеҙ. Кәрәк саҡта атай-әсәйгә булышабыҙ. Килер ваҡыт, беҙ уларға ныҡлы терәккә әйләнербеҙ.