Тарихты онотмайыҡ!16.12.2011
Тарихтар ҡабатланмаһын өсөн тарихты белергә кәрәк тигән һүҙҙәр йыш ишетелә. Хаҡ һүҙҙәр. Матурлап яҙылған тарихты уҡып тәрбиәләнгән быуындар өсөн башҡорттарҙың ХХ быуаттың ҡанлы ваҡиғаларында ирекһеҙҙән ҡатнашыуы, күп ҡорбандар һалыуы тураһында ысын тарихи мәғлүмәттәр һуңғы йылдарҙа апаруҡ баҫылып сыҡты, экрандарҙа күрһәтелде, эфирҙарҙа яңғыраны.
Халыҡ трагедияһының 1917–1921 йылдар арауығы тураһында әһәмиәтле материалдар тупланмаһы күренекле яҙыусы, публицист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡовтың “Расстрел” исемле тарихи романында ла баҫылғайны (Өфө, “Китап”, 1999 йыл). Шундай бай мәғлүмәттәрҙе туплап, романында ҡулланып, китап уҡыусыларҙың аңына еткереүе — яҙыусының ҡаһарманлығы.
Тарихи китаптарҙан тыш ошо автор үткән быуаттың 80–90-сы йылдарында байтаҡ драмалар ҙа яҙғайны. Улар республикабыҙ театрҙары тарафынан сәхнәләштерелде. 2014 йылда, яҙыусының тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы, хәтер кисәһе лә үткәрелер. Уның драма әҫәрҙәрен яңынан сәхнәләрҙә күргебеҙ, авторын хөрмәтләп иҫкә алғыбыҙ килә. Яҙыусының 1992 йылда Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителгән “И совесть, и жертвы эпохи” тигән китабы нәшриәттә яңынан баҫылып сыҡһа, айырыуса яҡшы булыр ине.
Кәрим БУЛАТ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад