Тырышлығы һоҡландыра07.03.2013
Изге, һәр кемгә ихтирамлы булғаны өсөн барлыҡ ауылдашы ярата өләсәйемде. Ул ете бала үҫтергән, һәр береһенә яҡшы тәрбиә биргән.
Беҙ өләсәйемдең үткән тормошо тураһында һөйләгәнен тыңларға яратабыҙ. Нисек ерҙе эшкәрткәндәр, иген сәскәндәр, көлтә һуҡҡандар — барыһы ла ифрат ҡыҙыҡлы һәм фәһемле. Ауыр тормош юлын үткән өлкәндәрҙең түҙемлелеге, тырышлығы һоҡланыу тыуҙыра.
Өләсәйем — беҙгә үрнәк. Уға тыныс тормошта рәхәтләнеп йәшәүен, оҙон ғүмер теләйем.