Һүҙ менән генә булмай07.03.2013
Тәбиғәтте һаҡлау — һәр кемдең изге бурысы. Әммә быны гел генә иҫтә тотмайбыҙ.

Урмандар ҡырҡыла, йылға-күл бысрана, йәнлек-ҡош кәмей, балыҡтар аулана. Миҫал өсөн беҙҙең Әбделмәмбәт ауылын ғына алыу ҙа етә. Уның уртаһынан аҡҡан Үҙән йылғаһы йылдан-йыл һайыға. Ни өсөн, тиһегеҙме? Яр буйындағы муйыл, ерек, тал ағастары юҡ кимәлендә. Ә элек, беҙҙең атай-әсәй бала саҡта, әрәмә урап сыҡҡыһыҙ ҡуйы булған. Бөгөнгө хәл иһә — кешенең малын көтөүгә ҡыумауы, ҡайҙа етте, шунда йөрөтөүенең һөҙөмтәһе. Күҙәтеп торғаным бар: йылға буйындағы баҡсаларҙа ҡурпылап сыҡҡан ағас тиҙ генә үҫә лә китә. Кәртәләп алынһа, әрәмәгә лә йән инер ине.
"Ҡыҙыл китап"тағы умырзая менән ҡыңғырау сәскәһенең яҙмышы ла борсоуға һала. Улар бит беҙҙең яҡта айырыуса күп үҫә һәм ныҡ өҙөлә, исраф ителә.
Һүҙ һөйләп кенә тәбиғәтте һаҡлап булмай. Шулай ҙа класташтарым менән беҙҙең яҡтағы "Ҡыҙыл китап"ҡа ингән үҫемлектәрҙе тикшерәбеҙ, ауыл халҡы алдында сығыш яһарға йыйынабыҙ. Башланған эшебеҙ ҙә күп: үткән йылдың октябренән бирле Үҙәндең һайығыу сәбәптәрен, балыҡтарҙың төрөн өйрәнәбеҙ, йылғаның гидрологик үҙенсәлектәрен тикшерҙек.


Вернуться назад