Ҡоштар ҙа ҡайтыр
07.03.2013
Бына яҙ ҙа етте беҙгә
Йылмайып-көлөп кенә.
Оҙаҡламай ҡар һыуҙары
Ағыр йүгереп кенә.
Ҡоштар ҙа, теҙелешеп,
Ҡайтыр йылы яҡтарҙан.
Оя ҡороп, гөрләшеп,
Бала сығарыр яңынан.
Вернуться назад