Тормошто яратырға өйрәтә07.03.2013
Әсәй. Ниндәй изге, яғымлы, йылы һүҙ ул! Унан да бөйөгөрәк кеше бармы икән донъяла? Юҡтыр.
Әсәйем Вәлимә Әхмәт ҡыҙы Һаҡмар йылғаһы буйында ятҡан Юлдыбай ауылында тыуған. Ҡәҙерлебеҙҙең йөҙө һәр саҡ ҡояштай балҡып тора. Тәбиғәтте бик ярата ул. Беҙҙе урманға алып сыҡҡанында төрлө емештең шифаһы тураһында һөйләй, мәтрүшкә, үгәй инә үләне, юл япрағы һәм башҡаларҙы күрһәтеп, уларҙы ҡасан йыйырға, нисек ҡулланырға кәрәклеген өйрәтә.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡулынан килмәгән эш юҡ: тәмле итеп ашарға бешерә, бәйләргә оҫта. Уның тырышлығынан баҡсабыҙ йәйен гөл-сәскәгә күмелә, емеш-еләк емерелеп уңа.
Әсәйем ауыр саҡтарҙа тылсымлы, йылы һүҙҙәре менән күңелемде күтәрә, донъяны, йәшәгән еребеҙҙе, кешеләрҙе, хеҙмәтте яратырға өйрәтә.