Хаталаныу һәр кемгә хас07.03.2013
Мөнәсәбәттәрҙең төрлөһө була: бала һәм ата-әсә, ир менән ҡатын, егет менән ҡыҙ араһында… Шуныһы ла билдәле: кешеләр, ниндәй генә заманда йәшәмәһен, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә бер үк хаталарға абына. Бөгөн шулар хаҡында һөйләшәйек.
1. Ҡалыптарға таяныу. Мөнәсәбәттәр хаҡында хыялланғанда, беҙ, ғәҙәттә, аныҡ шәхесте түгел, ә уға хас булырға тейешле һыҙаттарҙы күҙаллайбыҙ. Мәҫәлән, “ҡатын-ҡыҙ – нәзәкәтле зат, уның ғаилә тураһындағы хәстәрлекте тулыһынса үҙ өҫтөнә алыуы фарыз”, “ир маҡсатлы һәм ныҡышмал булырға тейеш” һәм башҡалар. Һөҙөмтәлә беҙ кешене нисек бар, шулай ҡабул итмәйбеҙ, уның “етешһеҙлектәр”енә, “йомшаҡ яҡтар”ына зарланабыҙ.
2. Иллюзияға инаныу, аҡланмаҫтай хыялдарға ынтылыу. Һәр төрлө мөнәсәбәткә, бигерәк тә мөхәббәткә бәйлеһенә, үҙебеҙҙең өмөт-хыялдарыбыҙҙы бағышлайбыҙ. Киләсәккә ҙур пландар ҡорабыҙ – унда етешһеҙлектәргә урын юҡ; яратҡан кешебеҙҙе камил итеп күҙаллайбыҙ. Әлегә бер ни вәғәҙә итмәһә лә, уны үҙ тормошобоҙ менән бәйләйбеҙ, күңелдә урын бирәбеҙ. Ошо көтөүҙәр араһында кешенең булмышы юғала: уның мөмкинлектәрен дөрөҫ баһаламайбыҙ.
3. Юғары талаптар ҡуйыу. Офоҡта хасил булған “принц”ты тормошобоҙға индерҙек, буласаҡ балаларға исем уйланыҡ, пландар ҡорҙоҡ… Артабан “йәшел ут” – ҡәнәғәтһеҙлектәргә: “Ни өсөн мин әйткәнсә түгел, ә былай эшләйһең?”, “Ир икәнһең – һин тейеш”, “Ҡатын икәнһең – был һинең бурысың” һәм башҡалар.
4. Башҡаны үҙгәртергә теләү. Яҡыныбыҙға “Һин – туң йөрәк”, “Хужалыҡсан түгелһең – өйрән!”, “Был шөғөлөңдө ташла”, “Ябыҡ”, “Прическаңды үҙгәрт” һәм ошоға оҡшаш икһеҙ-сикһеҙ талаптар ҡуябыҙ. Ә ысынбарлыҡта иһә бер кемде лә, әгәр үҙе теләмәй икән, үҙгәртеп булмай.
5. Мөнәсәбәттәрҙә өҫтөнлөк көҫәү. Быны танышҡан саҡта уҡ тойорға мөмкинме? Мөмкин! Үҙегеҙгә ҡарата артыҡ хәстәрлек күрһәтеүҙән ҡасығыҙ, кешене яҡшыраҡ белмәҫ элек мөнәсәбәттәргә ҙур өмөт бағламағыҙ. Башҡалар (ата-әсәһе, хеҙмәттәштәре, дуҫтары, элекке һөйгәне) менән нисек аралашҡанын ҡарағыҙ, улар тураһында нимә һөйләгәненә иғтибар итегеҙ.
6. Мөнәсәбәттәрҙә үҙегеҙҙе юғалтмағыҙ. Һөйгәнегеҙҙең күләгәһенә әүерелеү, уның һәр һүҙен тыңлау, уға яраҡлашыу, өҫтөнлөк биреү, күңелегеҙгә ятҡан шөғөлдәргә ҡул һелтәү һис тә һеҙҙең файҙаға түгел. Үҙ-үҙегеҙҙе ҡорбан итеп, сикһеҙ тоғролоҡ өсөн шундай уҡ яуап көтөү, ул ҡасан да булһа быны баһалар тип өмөтләнеү – буш ғәмәл. Үҙегеҙҙе яратмаһағыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙҙе лә бер кем дә яратмаясаҡ.
7. Коммуникацияны боҙоу. Проблеманы уртаға һалып, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү, теләк-тойғоно асыҡтан-асыҡ белдереү урынына аралашыуығыҙ үҙ-ара ғәйепләүгә әүерелә икән, һөҙөмтә көтмәгеҙ. Һөйгәнегеҙҙе тыңлап та, ишетмәйенсә йәки бер кәлимә һүҙгә үпкәләп, өндәшмәйенсә йөрөһәгеҙ, ул минең нимә кисергәнемде аңларға тейеш тип уйлаһағыҙ, төптө яңылышаһығыҙ.
8. Уйындар менән мауығыу. “Беҙ бер-беребеҙгә тура килмәйбеҙҙер, моғайын”, “аҙыраҡ нервыһын ашайым әле, әйҙә артымдан йүгереп алһын” йәки “ҡатын-ҡыҙҙы ни тиклем аҙырак иркәләһәк, ул шул тиклем беҙҙе нығыраҡ ярата” кеүек күңелде китә торған ғәмәлдәр менән мауығыу ҡыуандырырлыҡ һөҙөмтә бирмәйәсәк. Шундай инаныуҙарға ҡоролған мөнәсәбәттең киләсәге ныҡлы тип уйлау – хата. Башта уҡ бер-берегеҙҙе хөрмәт итергә өйрәнмәһәгеҙ, артабан был тойғо үҙенән-үҙе хасил булыр тип хыялланмағыҙ.
9. Ысын йөҙөңдө йәшереү. Әгәр ҙә үҙегеҙҙе башҡа төрлө итеп күрһәтергә тырышаһығыҙ икән, мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһалайһығыҙмы, донъяуи ҡараштарығыҙ ниндәй – уйланырға урын бар.
10. Төп хата – ҡурҡыу. Үҙеңде күрһәтеүҙән, ысын йөҙөңдө асыуҙан, яҡынлыҡтан, яңғыҙлыҡтан, “дөрөҫ” кешене һайлауҙан… Ә бит һәр хата – оло тормош тәжрибәһе һәм хаталанырға һәр кемдең хоҡуғы бар! Тап хаталар киләсәккә табан уйланған аҙым яһарға, уны тотороҡландырырға ярҙам итә.